Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Август 2020, 17:16

ҮГӘЙ ТИҺӘЛӘР ҘӘ... (ХИКӘЙӘ)

/

Аллаға шөкөр… Балалар тыуҙырыу йортона алып килеп еткерҙе ирем… Врач та уңай тура килде: ашығып, йәһәт кенә тәпәш тапчанға һалып ҡараны ҡарауын, тик бер нәмә лә өндәшмәйенсә, ҡайҙалыр сығып китте. Бер нисә минут үттеме-юҡмы, хәлем кинәт ауырлашты. Шөбһәләнә башланым…
Ҡурҡтым. Бар теләгем – балаҡайым имен-аман ғына яҡты донъяға килһен. Эргәмә берәү килһәсе. Йә Аллам… Ярҙам ит инде… Әле генә һин дә мин инем дә баһа. Бер ни уйларлыҡ хәлдә түгелмен: ҡысҡырмайым да, берәүҙе лә саҡырмайым да. Врач бына-бына шар асыҡ торған ишектән килеп инер ҙә, хәлемде күреп йыуатыр, бер ни булмағандай, нисек кәрәк шулай сабыйымды тыуҙырырға ярҙамлашыр… Бик оҙаҡ ваҡыт үткән кеүек тойолдо. Түҙер хәлем ҡалмағас, иҙән йыуып йөрөүсегә: “Ниңә килмәйҙәр һуң?” – тип ялыныслы күҙҙәремде төбәнем. Ул миңә башын да күтәреп ҡарамайынса: “Ошо ауыл бисәләре ваҡыттары килеп төртөлгәс киләләр ҙә… Ана, менеп ят, үргә, махсус креслоға… Врач ни, хәҙер килер… Шыл… Йәһәт кенә йыуып сығайым да...” – тине. Мин ул урынға нисек үрмәләгәнмендер, һис кенә лә хәтерләмәйем. Сараһыҙлыҡтан кемделер ярҙамға саҡырам, тик тауышым сыҡмай. Креслоға менеп тә яттым, тыуымға килеп терәлгән балаҡайым, уҡ һымаҡ атылып сығып, ҡаршылағы тимер батареяға барып бәрелде… Эргәмдә әҙәм заты юҡ. Килеп тыуған хәлдән бына-бына йөрәгем шартлар ҙа туҡтар һымаҡ… Ғазаплы тетрәнеүҙән күҙ алдарым ҡараңғыланды. Артабан аңымды юғалтҡанмын…

Ошо ваҡиғаға ярты быуатҡа яҡын ғүмер уҙып китһә лә, йөрәгемә уйылып ҡалған кисерештәрем өнөмдә лә, төшөмдә лә һис тынғылыҡ бирмәне. Өҫтөмдән хакимлыҡ итеп уҙған хәүеф-хәтәрҙең утын йотоп, күпме уфтаныулы йоҡоһоҙ төндәр уҙғарғаным тик үҙемә генә билдәле. Ҡан-йәш түктергән, бәхетемдән мәхрүм иттергән яҙмышымдың онотолмаҫ ошо өлөшөн көл-күмер, туҙанға әүерелдерергә төрлө юлдар эҙләп ҡарағаным булды, ләкин быға юл да, дауа ла таба алманым. Мейемдең һәр күҙәнәге ана шул аяныслы хәленән һис тә ҡотолғаны юҡ. …Үкенес тә, ҡыҙғаныс та… Етмәһә, ураған һайын бер үк төштө күрәм. Әле лә малай тапҡан сағым менән һаташып, тирләп-бешеп уянып киттем...
Миңә етмеш туғыҙ йәш. Ниңәлер, тормош тәжрибәм арта барған һайын, үҙемә-үҙем яңынан-яңы һорауҙар бирәм. Ул ни өсөн минең менән булған? Ниндәй хаталарым өсөн? Яҙмыш һынауымы?... Кеше ышанмаҫтайҙы дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тиҙәрме әле? Кемгә һөйләһәм дә, ышанмаҫтар төҫлө. Хатта дыуамал, яндырай бабайыма ла бөгөнгө көнгә тиклем был турала ләм-мим…

Ғәжәп: ғүмерҙә булмаған хәл, көндөҙ күпмелер ваҡытҡа серем иткән мәлдә күргән төшөм – икенсерәк. Әле тәү башлап һөйләгән хәлдәремдән дә күпкә алдараҡ, әллә ҡасанғы онотола башлаған – ҡыҙ булып өлгөрөр-өлгөрмәҫ мәлемде күҙ алдыма баҫтырҙы…
Үҙемде уҡытҡан физкультура уҡытыусыһына үлеп ғашиҡ булған сағым… Уның менән ике тиҫтә йыл йәшәгәндән һуң, балаң юҡ тип, бер йәш уҡытыусыға өйләнеп, сығып киткәйне ул. Быныһын төш тимәҫһең – әкиәткә оҡшаш: малай тапҡанмын да, һинең әле лә балаң юҡ, ә минең улым бар, бына күр, тип тәүге иремә өндәшәм, имеш…

Шул саҡ эргәмдә йоҡлап ятҡан бабайым, Әптрәшем уянып, әллә нисек яҡын, үҙ итеп, йомшарып:
– Әбей, бөгөн минең тыуған көн. Бер-бер артлы, йә күмәкләшеп балалар килер, торайыҡ…
– Беләм, өҫтәлгә ултыртыр нәмәләрем әҙер.
– Эй-й-й, өлгөрһөң дә инде…
Бабайымдың яғымлы, эс-бауырыма үтеп инер һүҙе бөтөнләйгә иретте мине. Уның өндәшкән тауышы тәьҫиренә йәнем иҙерәп, ирәйеп, тынысланып, тормошомдоң Әптерәшле осорона илткән эреле-ваҡлы хәтирәләренә бирелдем дә онотолдом… Уйҙарға сумдым…

…Ул былай булды: тәүге ирем ташлап киткәс, мине бик тә зирәк, аҡыллы, әсе телле, тик тормаҫ еңгәм генә ҡайғыртты. Бер көн ул, шар-шор килеп инде лә, ихлас һәм тулҡынландырғыс итеп: “Нисек ҡыш сыҡмаҡ булаһың? Утын-бесәнең юҡ, ҡоймаң ҡоларға тора… Ауылдан китергә йыйынмайһың… Ана, дыуамал-яндырай Әптерәш… Эшкә әрһеҙ… Ир ир булыр әле, уйла…” – тине. Ә мин, тәкәбберлегемде күрһәтеп, тупаҫ тауыш менән: “Ике ҡулым, ике аяғым бар, эшләрмен”, – тинем. Үҙем һығылған кер кеүек ебеп төштөм: ауылда эш юҡ, ике тиҫтә йыл дауамында йыйған донъямды нисек ташлап китәйем инде. Нигеҙемә береккәнмен, ишелгәнмен. Яҡлаусымдың һүҙҙәрен тыңлап, ғәжәпләнеүемә ҡарамаҫтан, башымды ғорур тотоп ултырып ҡалдым. Эйе, ете балалы, тол ҡалған, яндырай, дыуамал Әптерәш тракторы менән тырылдап, үрге остан бирге осҡа утын, бесән ташығанын күргәнем бар, ә йөҙ-ҡиәфәтенә, ғөмүмән, үҙенә иғтибар ҙа иткәнем юҡ…Бынау еңгәм көн дә инә лә ерле-юҡты тылҡый. Ни һөйләгәнен ҡолағы ишетәме икән? Ғүмерҙә лә була торған хәл түгел дә. Уныңса булыры бармы инде…

Ҡырыҫ килде шул йылдың көҙө. Көнө-төнө ямғыр ҡоя. Бер туҡтауһыҙ тәҙрә-ҡапҡаларҙы һелкетә ыжғыр, әсе ел-дауыл. “Утын-бесәне лә ике ҡосаҡ, йәшәүгә уй-өмөт, ниәте лә юҡ икән Шәйҙәнең”, – тигән күрше-күләндең ярты-йорто һүҙҙәрен дә йыш ишеткеләп ҡалам. Көн артынан көн үтте. Хәлем әүәлгесә: үҙемде эшкә ашмаған, һөймәҫ һөйәк, алданған, бәхетһеҙ бәндә итеп тоям. Йәшәүемдең бер мәғәнәһе юҡлығы – көн һымаҡ асыҡ. Үҙем ярар ҙа, ә ошоға тиклем туйындырған да, һөйөндөргән дә малым?… Төрлө уйҙарҙан һуң, күңелем тамам ағыулана башланы. Шул минутта еңгәм килеп инмәһә, бәлки, мәңге арынып булмаҫлыҡ хәсрәткә юлыҡтырыр инем туғандарымды…
– Йә, уйланыңмы? – тип һөрән һалды, ҡобараһы осҡан, ҡиәфәте ярһыған еңгәм. Мин: “Юҡ…Үлмәгәнмен, йәшәп ятам дә баһа…” – тинем саҡ-саҡ.

– Тура әйткән туғанына ярамаған. Йәштән баш-баштаҡланып, бер кемде лә тыңламай сыҡтың шул физкультурниғыңа. Уның менән һөйөшөп туйғанһыңдыр, егерме йыл буйына, – тип һөйләнде үҙ алдына еңгәм. Ул нисек кенә зитыма тиерлек хәбәр һөйләмәһен, мин уға: “Булмаҫтайҙы, ҡайҙан таптың, шул яндырай, дыуамал Әптрәште, мыҫҡыл итәһеңме әллә”, – тип ысынталап асыуланам, хатта ки ғәрләнәм. Ләкин артабан ваҡиғаларҙың ҡайһы яҡҡа йүнәлеш алыуы, тәгәрәре билгеһеҙ ине әле…
Күп тә үтмәй, тәү күреүгә йәмһеҙ, таржыҡ танаулы, йыуантаҡ, урта буйлы Әптрәш килеп инде лә, бәйҙән ысҡынғандай, дыуамал ҡылығы менән яндрайланып: “Шәйҙә, ас һыйырың сүплектә эҙләнеп йөрөй ине, үҙемә алып ҡайтып, бесәнлегемә ҡуштым, барып һау”, – тине. Үҙен һәләк һауалы, текә тотоп, ҡаптыр-ҡоптор, шарт-шорт баҫып сығып та китте. Әлеге зәһәр телле еңгәм шарҡылдап көлөп ебәрҙе лә: “Һай, иреңде… Бына был егеттәрсә”, – тип тел шартлатты.
Таңһылыу Ғәйнуллина.
Аҙағы бар.
Читайте нас: