Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
17 Август 2020, 11:51

ДОКУМЕНТТАР ЙЫЙЫУ ТӘРТИБЕ ЯБАЙЛАШТЫРЫЛДЫ

.

Гульдар Кинзябаева

Беҙҙең илдә үҙең документтарҙы юллап йөрөмәһәң, күп льготаларҙан тороп та ҡалаһың. Әле пандемия мәлендә инстанцияларға йөрөү һәм документтар йыйыу тәртибе күпкә ябайлаштырылды. Был йәһәттән түбәндәге осраҡтар буйынса борсолоп тормаһағыҙ ҙа ярай.
Паспорт һәм водитель танытмаһы
Әгәр ҙә был документтарығыҙҙың файҙаланыу ваҡыты 2020 йылдың 1 февраленән 15 июленә тиклем осорҙа сыҡҡан булһа, уларҙы быйыл 31 декабргә тиклем алыштырырға мөмкин.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәткә субсидия
Субсидияға хоҡуҡ 2020 йылдың 1 апреленән 1 октябренә тиклем туҡтатыла, ә 1 октябрҙән автомат рәүешендә яңынан алты айға тергеҙелә.

Балаларға өҫтәмә түләүҙәр
Быйыл 1 апрелдән 1 октябргә тиклем өс йәшкә тиклемге беренсе һәм икенсе балаға айлыҡ түләүҙәр өсөн дә документтар тапшырыу талап ителмәй, әгәр ҙә ғаиләнең уртаса килеме ике йәшәү дәүмәленән артмаһа, автомат рәүешендә оҙайтыла.

Техник күҙәтеү
ОСАГО-ны алыу өсөн 2020 йылдың 30 сентябренә тиклем диагностика картаһын күрһәтеү кәрәкмәй.
Әммә аҙаҡ техник күҙәтеүҙе барыбер үтергә тура киләсәк – страховкалаусыға диагностика картаһын 2020 йылдың 31 октябренә тиклем күрһәтеү мотлаҡ.

Инвалидлыҡ
Быйыл 1 марттан 1 октябргә тиклем алдан ҡуйылған инвалидлыҡ төркөмөн, бер ниндәй ҙә документтар тапшырылмаһа ла, автомат рәүешендә оҙайтыу ҡаралған.

Эшһеҙлек буйынса пособие
2020 йылдың 1 мартынан эшһеҙлек буйынса пособие түләү ваҡыты уҙған граждандарҙың был хоҡуғы тағы ла өс айға оҙайтылды (уның ваҡыты уҙыу көнөнән алып).
Читайте нас: