Класты Тәфтиш комитеты системаһында кадет хәрәкәтен үҫтереү маҡсатында Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы, Рәсәй ДОСААФ-ы һәм Ырымбур казак ғәскәре менән берлектә асасаҡтар.
Октябрьский ҡалаһының 20-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә дүрт ведомство-ара кадет класы тупланасаҡ. X класҡа – Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы, IX класҡа – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, VII класҡа – Рәсәй ДОСААФ-ы, VI класҡа Ырымбур казак ғәскәре куратор буласаҡ.
Кадет кластарына ҡаланың башҡа мәктәптәренән дә уҡыусылар алына. Уҡыусыларға төп талап – физик шөғөлдәргә медицина тыйыуҙары булмау һәм яҡшы өлгәшеү. Кадеттар менән ведомство офицерҙары һәм дөйөм йүнәлештәр буйынса уҡытыусылар эшләйәсәк. Кластың йүнәлешенә бәйле белем биреү процесында юриспруденция, хәрби хеҙмәт, ҡораллы, парашют, тактик-махсус физик әҙерлектәр, хәрби-патриотик һәм физик тәрбиә нигеҙҙәре инәсәк. Был күнекмәләр төштән һуң, йәғни мәктәп программаһынан тыш алып барыласаҡ.
Кадет кластары тәрбиәләнеүселәр мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң үрҙә әйтеп үткән ведомстволарҙың юғары белем биреү учреждениеларына уҡырға инеү мөмкин буласаҡ.