Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
16 Август 2020, 18:20

ЮЛДАР ЯҢЫСА ҺАЛЫНА

.

Стәрлетамаҡта ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә юлдарҙы ремонтлау дауам итә. Ҡаланың Ҡаранай Моратов урамындағы бер участкала подряд ойошмаһы юлдың өҫкө ҡатламын түшәй башланы.
Әйткәндәй, быйыл “РСУ ДОР” предприятиеһы заманса асфальтбетон ҡатнашмаһын етештереү технологияһын үҙләштергән – Суперпейв (Superpave йәки Superior Performance Pavements). Шул уҡ ваҡытта автомобиль юлын файҙаланыуҙа климат шарттарына һәм киләсәктә буласаҡ тығыҙ хәрәкәткә лә ныҡлы иғтибар бирелә.
Суперпейв алымын ҡулланып, тәрән тәгәрмәс эҙҙәренә, түбән һауа температураһы тәьҫирендә барлыҡҡа килгән ярыҡтарға бирешмәҫлек япма һалырға мөмкин. Бындай асфальтбетон ҡатнашмаһын ҡулланыу ремонт-ара ваҡытты арттырыуға ла булышлыҡ итәсәк.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас: