Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә видеоконференция рәүешендә сираттағы "Сәләмәтлек сәғәте”н үткәрҙе. Төп тема - ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметеү һәм офтальмология хеҙмәтен үҫтереү.
Ғәҙәттәгесә тәүҙә республика халҡынан килгән һорауҙар, дәғүәләр, мөрәжәғәттәр тикшерелде. Быйыл дәғүәләрҙең күбеһе табиптарҙың етешмәүенә ҡағылыуы билдәле. Өфөләге Инорс халҡын хеҙмәтләндереүсе 13-сө дауахана буйынса һорауҙар булыуы асыҡланған. Корпустар бер-береһенән алыҫ урынлашҡан, биналар ремонт талап итә, коридорҙар тар... Радий Хәбиров, биҫтәнең артабанғы үҫешен дә күҙ уңында тотоп, мәсьәләне сисеү юлдарын эшләргә ҡушты.
Халыҡ Башҡортостан етәксеһенә мөрәжәғәт иткәндән һуң байтаҡ мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итеүгә ирешкән. Мәҫәлән, Өфөнөң 5-се балалар поликлиникаһында алдан яҙылмай килеү арҡаһында тыуған сиратты бер сәғәт эсендә бөтөргәндәр.17-се балалар дауаханаһында эшләгән стоматологтың эш шарттары күпкә яҡшыртылған. Сибайҙағы Govid-госпиталдә лифттың юҡлығы табиптар һәм ауырыуҙар өсөн ҙур ауырлыҡтар тыуҙырған, хәҙер унда транспорт бригадаһы эшләй башлаған.
Табиптарға рәхмәт һүҙҙәре лә күп. Радий Хәбировтың әйтеүенсә, табиптарҙың эшендә системалылыҡ етешмәй, шул мәсьәләне яйға һалғанда, дәғүәләрҙең байтағы булмаҫ та ине.
Республика етәксеһен бөгөн тын алыу юлдары һәм ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән үлем осраҡтарының артыуы борсой. Уның фекеренсә, сәбәбе – изоляция осороноң оҙайлылығы, халыҡтың диспансерлаштырыуҙы үтмәүе һәм планда ҡаралған дауаны алмауы. Етәксе һаулыҡ һаҡлау системаһы алдында торған ике ҙур мәсьәләне билдәләне Беренсеһе – мөмкин булғанса, дауалауҙың әүәлге режимына яйлап ҡайтыу. Икенсеһе – яңы уҡыу йылына әҙерлек. Бурыс – ошо шарттарҙа коронавирус таралыуына юл ҡуймау. Һаулыҡ һаҡлау тармағының яңы уҡыу йылына әҙерлек мәсьәләһе киләһе “Сәләмәтлек сәғәте”ндә ентекләп тикшереләсәк.
Фото:Башҡортостан Башлығы сайты.