Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
16 Август 2020, 17:58

Сибай моноҡала статусына эйә булырмы?

.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 19 августа Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы-2020" Икенсе Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы һәм ҡаланың 65 йәшлек юбилейы үтә. "Урал аръяғы-2020" Икенсе Бөтә Рәсәй һабантуйында ҡатнашыусылар Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында моноҡалаларҙы үҫтереү программалары һәм бындай территорияларға дәүләт ярҙамы тураһында фекер алышасаҡ.
"Башҡортостан моноҡалалары - илдең иң әүҙем моноҡалаларының береһе. Бәләбәй һәм Күмертауға фонд ярҙамы менән яңы производстволар булдырылған, меңгә яҡын кеше тотороҡло хеҙмәт хаҡы булған эш урындары менән тәьмин ителгән. Беҙ ҡалаларҙа туризмды үҫтерәбеҙ, "тартыу урындарын" булдырабыҙ. Алда тағы ла бик күп уртаҡ проекттар бар, улар республиканың моноҡаларына киләсәктә лә сәскә атасағына мөмкинлек бирәсәк", -тип билдәләп үтте Рәсәйҙең ВЭБ рәйесе урынбаҫары, Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Ирина Макиева.
Ирина Макиева үҙе ВКС форматында сарала ҡатнашасаҡ, шулай уҡ фонд хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаясаҡ, улар моноҡалаларға ярҙам саралары хаҡында һөйләйәсәк.
Инвестһабантуйға федераль һәм төбәк дәүләт органдары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар саҡырылған. Әйткәндәй, Сибай ҙа моноҡала статусы алыуға юл яра.
Фото: glavarb.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: