Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
16 Август 2020, 18:03

Президент Жээнбеков Рәсәй медицина төркөмдәре етәкселәре менән осрашты

.

15 августа Ҡырғыҙстан Президенты Сооронбай Жээнбеков Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов, РФ Министрҙар оборонаһының дәүләт санитар-эпидемиолог надзоры үҙәге бүлек етәксеһе Евгений Спиценко менән осрашты. Был сара Рәсәй белгестәренең үҙҙәренә ҡайтырға йыйыныуҙары уңайынан ойошторолған.
Дәүләт башлығы үҙенән һәм бөтә Ҡырғыҙстан халҡы исеменән Рәсәй белгестәренә башҡарған эштәре, ватан медиктарына, халыҡҡа күрһәткән ярҙамдары, илдәге санитар-эпидемиологик хәлде яҡшыртыуға индергән өлөштәре өсөн рәхмәт әйтте. С. Жээбеков Рәсәй Президенты Владимир Путинға ҡатмарлы осорҙа күрһәткән ярҙамы, айырып әйткәндә, медицина препараттары һәм ҡорамалдары менән тәьмин иткәне, медицина белгестәре йүнәлткәне өсөн рәхмәтен белдерҙе.
Рәсәйҙәрҙе ул яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы табылған беренсе вакцинаны теркәүҙәре менән дә ҡотланы.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов Рәсәй белгестәренең Ҡырғыҙстанда башҡарған эштәренә ҡыҫҡаса һығымта яһаны. Уның мәғлүмәттәренсә, эш илдең 31 медицина учреждениеһында төп өс йүнәлеш буйынса барған: табиптарҙы эпидемияға ҡаршы режимда ҡағиҙәләрҙе һаҡлау буйынса уҡытыу, сирлеләрҙе дауалауҙы клиник протоколға теркәүҙә үҙгәрештәр индереү буйынса методик рекомендациялар, илдә эпидемиологик хәл насарайған осраҡта һаулыҡ һаҡлау системаһын әҙерләү буйынса мөһим саралар теҙмәһен эшләү. Рәсәй табиптары 4 меңдән ашыу кешене ҡараған, стационарҙан 615 кеше һауығып сыҡҡан, 594-е сығарыуға әҙер. Евгений Кустов ил президентына һәм хөкүмәткә яҡшы эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырғаны, ә ҡырғыҙ табиптарына фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте.
РФ Министрҙар оборонаһының дәүләт санитар-эпидемиолог надзоры үҙәге бүлек етәксеһе Евгений Спиценко әйтеүенсә, Рәсәй хәрби табиптары Бешкәк һәм Ош хәрби госпиталендә ауыр һәм уртаса ауыр хәлле пациенттарҙы дауалаған. Уның әйтеүенсә, бөгөнгә Ҡырғыҙстанда эпидемиологик хәл тотороҡланған, сир күрһәткестәре түбәнәйгән.
Фото:president.kg
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: