Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
16 Август 2020, 17:56

Пневмония менән сирләүселәр күберәк

.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 34 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 7268-гә етте. Һауыҡҡандар – 6483 (һуңғы тәүлектә 191 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 26. Республика стационарҙарында – 122 (шул иҫәптән 8 кеше ауыр хәлдә, уларҙың өсәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 637 кеше дауалана. Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 685177 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 8782. Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 81 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 117 кеше дауахананан сығарылған.
Фото: rbk.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: