Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Август 2020, 10:35

Йырсы Рөстәм Асаев: “Кисерә белергә кәрәк”

/

Әле яңы ғына кейәүле булған йырсы Рөстәм Асаев тормош ҡағиҙәләре хакында бәйән итә. Ул тәбиғәт тарафынан тыуҙырылған йырсы. Уның төҫ-ҡиәфәте лә сәхнә өсөн ҡойоп ҡуйған. Тауышын әйтәһе лә юҡ. Рөстәм Асаев концертта сығыш яһай башлаһа, ҡаҙ тәндәре сыға. Һәр һүҙ баш мейеһе һәм йөрәк аша үтә. Кемде-кемде, әммә уны бер йырсы менән дә бутап булмай.
– Күптән түгел ҡыҙығыҙҙы кейәүгә бирҙегеҙ. Атай кеше булараҡ, ауыр булдымы?
– Был көтөлә торған әйбер ине. Әле бөгөн түгел, иртәгә лә түгел кеүек тойола. Ҡыҙ йәш әле, киләсәктә булыр, тип уйлайһың. Кинәт кенә килеп етә торған миҙгел икән. Атай булараҡ, ҡыҙ бала ваҡытында урынлашырға тейеш, тип һанайым. Әлбиттә инде үҙ тиңен тапҡан осраҡта. Буласаө кейәүҙе күргәс тә, уның тормошҡа ҡарашы, үҙ-үҙен тотошона иғтибар иттем. Дуҫ булып йөрөгәндә лә улар бер-береһен тулыландырып тора ине. Тормошҡа ҡараштары, уйҙары бер. Ҡыҙымдың шундай шәп егеткә кейәүгә сығыуына һөйөнәм. Шәп тип әйтәм, бөгөнгә әле шулай, киләсәктә ни булырын Хоҙай күрһәтер. Ең һыҙғанып, тормош юлына баҫҡандарына бик шатмын. Йәмғиәткә файҙалы, кәрәкле кешеләр булып йәшәһендәр ине.
– Гөлназ бит әле бик йәш...
– Йәш тип, 22 йәш ҡыҙ бала өсөн кейәүгә сыға торған ваҡыт тип уйлайым. Аҙаҡ һайлана башлайҙар: быныһының танауы, тегеһенең ҡолағы оҡшамай башлай. Әгәр ҙә үҙ кешеһен тапҡан икән, ниңә һуҙырға? Тормош бик ҡыҫҡа, үтә лә китә. Ҡыҙым өсөн шатмын.
– Ундай егеттәр менән йөрөмә, бындайҙарын һайла тип кәңәш бирә инегеҙме?
– Ҡыҙым бер ҡасан да байлыҡҡа, бай егеттәр менән йөрөргә ҡыҙыҡманы. Бының менән ғорурланам. Шул яғы менән үҙемә оҡшаған ул. Үҙе эшләп таба, үҙе тырышып эшләй. Тормошҡа тиҙерәк яраҡлашып, үҙҙәре тормош итә башлау яхшыраҡ.
– Гөлназ ике атай менән үҫтем тип, икегеҙ менән дә ғорурлана. Балала ике ғаиләгә лә ҡарата шундай хөрмәт уятыуға нисек ирештегеҙ?
– Ҡыҙым тыумыштан шулай тип әйтеп булмай. Был уның тәрбиәһенән тора. Гөлназға биш-алты йәш ваҡытта айырылышырға тура килде. Уға бик ауыр булды. Үҙемдең дә үҙәктәр өҙөлгән саҡтар була ине. Иң мөһиме – кеше булып ҡалырға кәрәк. Талашып, ыҙғышып ҡына булмай. Ҡыҙыма килгәндә, унан бер ваҡытта ла ситләшмәнем. Сәстәрен үреп, мәктәпкә алып бара инем. Айырылдыҡ та, оноттом түгел. Каникул һайын ул минең атай-әсәй янына ҡайтты. Аралашып, ҡулдан килгәнсе ярҙам итеп, бергә үҫтерҙек. Фәдисте лә бер ваҡытта ла ул шундай-бындай тимәнем. Улар ҙа миңә ҡарата ул атайың, уны хөрмәт итергә кәрәк, тип үҫтерҙе.
Фото:Ok.ru
Автор: Самат Ғәлин.
Читайте нас: