Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Август 2020, 10:33

“Ҡыҙҙар әсәһен таптыра, нимә әйтергә лә белмәйем...”

/

Июль аҙағында юл фажиғәһендә һәләк булған 33 йәшлек ҡатындың ире Андрей ғәйепле водителгә бер ниндәй сара күрмәүҙәренә аптырай. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, мотоциклда елгән 19 йәшлек егет Максимовка ҡасабаһында юл аша сығып барған ҡатынды бәрҙерә, бер нисә сәғәттән һуң өс бала әсәһе вафат була.
Ирҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, тәфтиш эксперименты дауам итә, тик тикшеренеү эше һүлпән бара, әлегә тиклем ғәйепле иректә йөрөй, уның фекеренсә, бөтә ҡағиҙәләр ҙә тупаҫ боҙола.
“Кисә тәфтиш эксперименты барышында миңә видеоға төшөрөүҙе тыйҙылар, унда бары водителдең апаһы ғына ҡатнашты. Ә фажиғә урынында ул бит булманы! Тикшереү эше мине ышандырмай, бөтәһе лә сәйер,”- тип һөйләгән ул Горобзор порталы хәбәрселәренә. Шулай ҙа ул өс бала әсәһе һәләк булған ваҡиғаны тикшереү һөҙөмтәһенең ғәҙел булыуына ниәтләнә.
- Беҙ һаман да ҡайғынан һуң үҙебеҙгә урын таба алмайбыҙ. Өҫтәүенә тикшереүҙең һуҙылыуы йәнгә тейә. Балалар көн һайын әсәһен таптыра, илай... Мин һаман да уларға дөрөҫөн әйтә алмайым, “әлегә әсәйегеҙ дауаханала”, тип алдаштырам. Аҙаҡ ни эшләргә, белмәйем”,- ти балалары менән яңғыҙы ҡалған атай.
Фото:шәхси архивтан.
Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас в