Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Август 2020, 11:41

Талантлы кеше һәр яҡлап та талантлы

Әбеш ауылынан Аҡсәскә Әбделмәнова һәр яҡтан уңған хужабикә

Йәмле Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында тыуып, артабан Яңы Собханғолда үҫкән Аҡсәскә Әбделмәнованың Хәйбулла тарафтарында ғүмер итеүенә һис тә аптырарға түгел. Үҙҙәре әйтмешләй, “мөхәббәт осраштырған, мөхәббәт ҡауыштырған” һәм ошо ауылға килен итеп төшөргән. “Хәйбулланың эҫеһенә түҙеп өйрәнә алмайым һаман” тиһә лә, тирә-яғындағы тәбиғәткә ғашиҡ Аҡсәскә Рәсүл ҡыҙы.

Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумының режиссура бүлеген тамамлаған белгескә ауылда эш булмағас, аптырап ҡалмай. Тота ла “Йәйғор” балалар баҡсаһына ашнаҡсы булып эшкә сыға. Һәр мәҙәни сараның уртаһында ҡайнаған, үҙенең идея-тәҡдимдәре менән сығыш яһаған, алтын ҡуллы киленде ауыл халҡы тиҙ арала ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлап та ҡуя.

Йәмәғәт эшен бар күңелен һалып башҡара ул: төрлө саралар үткәрһенме, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтһенме йәки онотола барған йолаларҙы сәхнәләштерһенме... Мәҙәниәт өлкәһендәге белеме лә ярап ҡала, ҡулының оҫта булыуы ла күп осраҡта ярҙам итә. Ҡурсаланыу режимы индерелгәс, Аҡсәскә Рәсүл ҡыҙы күптән ҡулы теймәгән яратҡан шөғөлөнә ныҡлап тотона. Ҡашмау, селтәр, төрлө биҙәүестәр эшләй, ырғаҡ менән салфеткалар, ултырғыс, диван япмалары бәйләргә тотона. Ҡайһыларын һатып та ебәрә, кәрәк ваҡытта бүләк тә итә.

Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тигәндәй, төрлө рәсемдәр төшөрөргә яратҡан ҡатын ихатаһын үҙе эшләгән һүрәттәр менән биҙәгән. Ә баҡсаһы, әйтерһең дә, әкиәт донъяһы! Унда төрлө-төрлө сәскәләрҙән күҙ ҡамаша, ниндәйҙәре генә ултыртылмаған! Яҙын – үҫентеләрен, көҙ сәскә һуғандарын, баҡсаһындағы төрлө емеш-еләк, йәшелсәһен һата. Иш янына ҡуш ярап ҡала, уларҙан килгән аҡсаға яңы сәскә, йәшелсә орлоҡтарын яҙҙыртып ала.

Тормош иптәше Фәрхәт Фәрит улы менән ике ул үҫтерә, вахтала эштә булғанда, малайҙарын да һөнәр серҙәренә өйрәтә.
Автор: Кәримә УСМАНОВА
Читайте нас: