Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Август 2020, 11:14

МӘКТӘП ФОРМАҺЫ ҺАЙЛАУ - ЯУАПЛЫ ЭШ

.

Гульдар Кинзябаева

Уҡыу йылы яҡынлаша. Балағыҙға мәктәп формаһы алырға йыйынаһығыҙҙыр. Бик яуаплы эш ул кейем һайлау, сөнки улығыҙ йә иһә ҡыҙығыҙ уны 5-6 сәғәт буйына кейеп йөрөйәсәк. Кейем баланың сәләмәтлеген һаҡларға тейеш, ти табиптар.ң
Ул балаға үҙен иркен, яҡшы тойоу өсөн тән температураһын, дымлылыҡты, һауа алмашыныуын һаҡлаған микроклимат тыуҙырырға тейеш. Дөрөҫ һайланмаған костюм йәки уның сифатһыҙ булыуы уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыуҙан тыш, уҡыусының сәләмәтлегенә зарар килтерә. Мәҫәлән, контактлы йәки атопик дерматит, тын алыу сирҙәре башланыуы ихтимал. Кейем тәбиғи материалдарҙан тегелергә, изделиеға ҡарата ҡабул ителгән бөтә талаптарға яуап бирергә тейеш. Мәктәп формаһы һатып алғанда ошо мөһим нәмәләргә иғтибар итһәгеҙ ине.

Кейемдең маркировкаһын ентекләп ҡарағыҙ, етештереүсе тураһында мәғлүмәт менән танышығыҙ, туҡыма сос­тавын өйрәнегеҙ. Кейем мотлаҡ ярашлылыҡты раҫлаған процедураны үтергә һәм Таможня союзы ағзалары –дәүләттәр баҙарында продукция әйләнешенең уртаҡ билдәһе менән маркировкаланған булырға тейеш. Шунһыҙ балалар кейеме һатылмай!
Изделиены нисек тәрбиәләү кәрәклеген күрһәткән символдарға иғтибар итегеҙ, мәҫәлән, “химчистка” билдәһе булһа, был кейемде алмау яҡшыраҡтыр. Химик матдәләрҙең сәләмәтлеккә зыян килтереүе мөмкин.

Форма өсөн файҙаланылған туҡыма кәм тигәндә 50 процент йөндән, кизе-мамыҡтан йәки вискозанан торорға тейеш. Балалар өсөн кейем һайлағанда уның сифатын һәм хәүефһеҙлеген раҫлаған документтарҙы һорарға тартынмағыҙ. Ярашлылыҡ сертификаты тип атала ул.

Көҙгө миҙгелдә мәктәп формаһы өсөн кизе-мамыҡ, етен туҡымаһынан тегелгән кейем уңайлы булһа, ҡышҡылыҡҡа йөн һәм кашемирҙан тегелгән әйберҙәр яҡшы. Синтетик туҡыманан тегелгән кейем арзанлығы менән өҫтөн, әммә ул тәнгә тын алырға ирек бирмәй, һөҙөмтәлә һауа алмашыуы боҙола, бала тирләй, аҙаҡ өшөй һәм һалҡын тейҙерә.

Синтетик туҡыма үҙенә бысраҡ, туҙан һәм төрлө микроорганизмдарҙы тартыу­сан, шуға күрә аллергия тыуҙырыуы ихтимал. Өҫтәүенә ул статистик электр зарядын тупларға һәләтле, ә был баланың нервы системаһына кире тәьҫир итә, арыта, ҡуҙғыта.

Кейемде еҫкәп ҡарағыҙ, ауыр еҫ һиҙелмәйме? Насар еҫ текстиль материалдарҙа зарарлы, хатта хәүефле химик матдәләр булыуы тураһында иҫкәртә.

Балаға яңы кейемдә уңайлы булырға тейеш! Ул артыҡ тар булып, хәрәкәт­ләнергә, тын алырға ҡамасауламаһын. Форма матур, сифатлы булыуҙан тыш, баланың зауығына ярашлы булырға, уға оҡшарға тейеш. Ҡыҫҡаһы, балаға кейем һайлау уйын эш түгел.
Читайте нас: