Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Август 2020, 11:31

Әбештә барыһы ла эштә

“Шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтерәбеҙ”

Хәйбулла районының тарихҡа бай иң боронғо ауылдарының береһе ул Оло Әбеш. Райондың урман зонаһына ҡараған ауыл үҙенең хозурлығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Мәғрур тауҙар, ҡуйы урмандар, таҙа Һаҡмар йылғаһының араһында бер уйпатта ғына урын алған ауылды икенсе Швейцария менән дә сағыштыралар.

Оло Әбеш ауылы район үҙәгенән 70 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Йорттар төҙөк, урамдар киң, халыҡ иркен йәшәй. Ауыл менән яҡындан танышыу маҡсатында Оло Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир ЮНЫСОВ менән әңгәмәнән башланыҡ. Әйткәндәй, Таһир Мөғлетдин улы был вазифала 2006 йылдан алып эшләй, үҙен тәжрибәле етәксе итеп танытҡан ауыл хакимиәте башлыҡтарының береһе.

– Таһир Мөғлетдин улы, оҙаҡ йылдар буйы бер урында эшләү ялҡытып китмә­неме?
– Юҡ! (йылмая-авт.) Яратҡан эш ялҡыта буламы?! Етмәһә, үҙеңдең тыуған ауылыңда. Кире­һенсә, ауылдаштарыма ярҙам итә алыуым, тыуған еремде ниндәйҙер кимәлдә үҫтереүгә, төҙөк­лән­дереүгә үҙ өлөшөмдө индереүем менән бәхетлемен.

– Үҙегеҙ етәкселек иткән ауыл биләмәһе менән яҡын­дан таныштырып үтһәгеҙ ине?
– Беҙгә Оло Әбеш, Оло һәм Бәләкәй Арыҫланғол, Үрнәк, Һаҡмар-Наҙарғол ауылдары инә. Биләмә 1937 йылда барлыҡҡа килә, ул ваҡытта уға Оло һәм Бәләкәй Әбеш, Оло һәм Бәләкәй Арыҫланғол, Һаҡмар-Наҙарғол, Үрнәк, Сәлихйән, татар ауылы Янауыл (Ҡара Күсәк), рус ауылдары Новопетровское, Марс ҡараған, бөгөн шуларҙың һуңғы дүртәүһе юҡҡа сыҡҡан ауылдар исемлеген тулыландыра.

Биләмәнең дөйөм майҙаны – 360 кв. километр, барлығы 1180 кеше йәшәй. Ауыл биләмәһе тау-урман зонаһына ҡарай, Һаҡмар һәм Вәзәм һыуҙарын һыулай, яҡында ғына “Шайтантау” тәбиғәт заказнигы урынлашҡан. Күрше Ырымбур өлкәһе менән сиктәшбеҙ, Аҡъярға 70 километр булһа, Ҡыуандыҡҡа ни бары 40 саҡрым. Шунлыҡтан район үҙәгендәге күпселек мәсьәләләрҙе үҙемә хәл итергә тура килә, шулай уҡ ауыл халҡының шәхси йомоштарын да үтәйбеҙ. Алдан уҡ шуны әйтергә мөмкин: урман зонаһында йәшәгән халыҡтың эшкә әрһеҙ булыуы башҡа ауылдарҙан айырылып тора һәм донъяларын үҙ көстәре, йәғни малсылыҡ, ҡошсолоҡ һәм ҡортсолоҡ менән көтә.

Ауыл биләмәһендә тулы һәм тулы булмаған берәр мәктәп, “Йәйғор” балалар баҡсаһы, ауыл мәҙәниәт йорто, дүрт ауыл клубы, биш фельдшер-акушерлыҡ пункты, элемтә бүлеге, Аҡъяр ветеринар станцияһы филиалы, Хәй­булла урман хужалығының Үҫәр­гән участкаһы, дүрт мәсет һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар бар.

Ауыл биләмәһенән Бөйөк Ватан һуғышына 337 кеше киткән, шуларҙан 142 һалдат тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан, ә 195 яугир яу яланында батырҙарса һәләк булған. Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Әйткәндәй, үткән йылда уның тыуыуына 100 йыл тулды, уның тыуған ауылында Герой иҫтәлегенә һәйкәл асылды.

– “Урындағы башланғыс­тар­ға булышлыҡ итеү” про­граммаһында йыл һайын әүҙем ҡатнашаһығыҙ һәм еңеп сығаһығыҙ.
– Был программаның төп маҡсаты – көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүгә ҡулынан килгәнсә булыш­лыҡ итә. Тәүҙәрәк халыҡ бик һа­ға­йып ҡына үҙ тәҡдимдәрен ин­де­рә ине, хәҙер йыл аҙағында ки­лә­һе йылға ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәклеге, ниндәй проекттар тәҡдим итеүҙәре хаҡында әйтеп тә ҡуя. “Беҙҙең ҡотҡарыу­сыбыҙ” тип тә үҙ-ара шаяртабыҙ был программа хаҡында. Беҙ программала 2014 йылдан алып ҡатнашабыҙ, беҙ тәҡдим иткән проект һәр саҡ хуплау таба.

2015 йылда Оло Әбеш ауыл зыяратын кәртәләнек. 2016 йылда, район үҙәгенән алыҫта йәшәүебеҙҙе иҫәпкә алып, янғын һүндереү машинаһы өсөн йылы гаражды ремонтлау проектын һайланыҡ. 2017 йылда иһә көрәге булған өр-яңы МТЗ тракторын алдыҡ. Ҡыш беҙҙең яҡтарға район үҙәгенән ҡасан юлды таҙартырға килгәнсе өс-биш көн үтеп китә, ҡайһы саҡта аҙна буйы ауылдан сыға алмай ултырған саҡтар ҙа була. Хәҙер рәхәт: бар ауыл юлдарын “һә” тигәнсе ҡарҙан да таҙартып ҡуябыҙ, өмәләрҙә лә иң ҙур ярҙамсы булып тора. 2018 йылда янғын һүндереү машиналы булдыҡ, былтыр Һаҡмар-Наҙарғол ауылының зыяраты кәртәләп алынды. Быйыл Бәләкәй Арыҫлан ғолауылы зыяратын кәртәләү өсөн тауыш бирҙек һәм еңеп сыҡтыҡ. Проект хаҡы 440 мең һум тора. Беҙ ауыл халҡы менән кәңәшләштек тә, мәрхүмдәрҙең һуңғы йортон тимер бағаналар менән кәртәләп, профнастил менән ябыуға туҡталдыҡ, сөнки ағас ҡоймалар 10-12 йылда сереп ҡолай башлай, ә тимер ҡоймалар зауыҡлы ла, матур ҙа буласаҡ, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк.

– Белеүебеҙсә, башҡа төрлө программаларҙа ла ҡатнаша­һығыҙ, гранттар ҙа яулай­һығыҙ...
– Үткән йылда ҙур еңеү яула­ныҡ – Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” конкурсында III урынға лайыҡ булдыҡ. Уға бүленгән 500 мең һум аҡсаға тракторыбыҙ өсөн арба һатып алдыҡ. Йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиға булды: Урал аръяғы райондарынан беҙҙең Оло Әбеш биләмәһенә генә республиканың ярҙам ресурсынан 4 тонналыҡ һыу цистернаһы тапшырылды. Бының өсөн айырым талаптарҙың булыуы мөһим шарт ине.
Әле әйтеп үтеүемсә, беҙҙең йылы гаражыбыҙ, янғын һүндереү машинаһы бар, ә бына һыу ҡойоп алдан әҙерләп ҡуйыу өсөн һауыттың булмауы ғына бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙыра торғайны, хәҙер уныһы ла бар. Әммә быларҙың барыһы ла ултырған ерҙәрендә тик ултырһын тигән теләктәбеҙ, янғындар булмаһын.

“Реаль эштәр” программаһына килгәндә, Һаҡмар-Наҙарғол ауылында балалар майҙансығы төҙөлдө, Оло Әбеш хакимиәте бинаһының тәҙрәләре алмаштырылды, Бәләкәй һәм Оло Арыҫланғол, Оло Әбеш ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм иҫән ҡайтҡан ауылдаштар өсөн һәйкәл эшләнде, Оло Арыҫланғол клубына тулы­һынса ремонт яһалды. Быйыл халыҡтың һәм ауыл биләмәһенең ярҙамы менән Үрнәк ауылының зыяраты төҙөкләндерелә, Оло Арыҫланғол ауылында балалар майҙансығы эшләнәсәк. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ дөйөм эштәрҙә әүҙем ҡатнашҡан, финанс ярҙамы күрһәткән бөтә ауыл халҡына, шулай уҡ ситтә йәшәһә лә ихлас ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә лә әүҙем, берҙәм булайыҡ!

Шулай уҡ Һаҡмар-Наҙарғол ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҙур теләк менән ҡатнашҡайны. Күрһәтәһе эштәре, башҡарған изге ғәмәлдәре күп уларҙың. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында еңеү яулай алманылар. Быйыл да был конкурс ойошторолһа, беҙҙең ауыл биләмәһенән тағы ла ҡатнашырға теләк белдереүселәр бар.

– Төпкөл ауылдарҙа төп проблемаларҙың береһе – урындағы фельдшер-акушерлыҡ пункттарының заман талаптарына яуап биреү-бирмәү мәсьәләһе, сөнки район үҙәгенә юл йыраҡ, ә сирлеләргә заманса медицина ярҙамы көн һайын тиерлек талап ителә. Хыялдар ысынбарлыҡта тормошҡа аша, тип әйтергә мөмкинме?
– Тап шулай. Ниһайәт, беҙҙең ауылда заманса өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проект нигеҙендә сафҡа индерелде. Әлбиттә, ауыл өсөн заманса йыһазландырылған фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөүе – ҙур шатлыҡ. Бинаны тендерҙа еңеп сыҡҡан ойошма төҙөп бөттө, әле унда һыу һәм канализация ҡоролмаларын урынлаштырыу һәм тоташтырыу, кәрәкле медицина йыһаздарын ҡайтарыу, бина биләмәһен төҙөкләндереү эштәре ҡалған. Медицина учреждениеһы мөдире Рәйсә Күскилдина, стоматология кабинетының теш табибы Айбулат Ҡырғыҙбаев ФАП-тың асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Киләһе йылда ауылдан бер ҡыҙыбыҙ фельдшер дипломына эйә буласаҡ, уның тыуған ауылға эшкә ҡайтырына өмөт ҙур.

– Ауыл биләмәһе башлы­ғын ниндәй проблемалар борсой?
– Рәсәйҙәге төп проблема­ларҙың береһе – юл мәсьәләһе лә беҙҙе урап үтмәне, район үҙәгенән Йәнтешкә тиклем юлдар ялтырап ята, “Беҙҙең яҡҡа ла ҡасан асфальт һалыныр?” тигән һорау һәр йыл тынғылыҡ бирмәй. Икенсенән, ауылдың аҡрынлап “ҡартайыуы” уйландыра. Йәштәр тыуған ауылда төпләнергә ашыҡмай, уларҙы ла аңларға мөмкин, район үҙәгенән алыҫ, эш юҡ, шуға күрә ауыл биләмәһендә демография хәле киҫкен тора, бер нисә йылдан ул белем усағының артабанғы яҙмышына үҙ эҙен һаласағы көн кеүек асыҡ.

Күпселек ир-аттың вахта ысулы менән район биләмәһендә урынлашҡан тау сәнәғәте предприятиеларында, күрше Ырымбур өлкәһендә, Себер тарафтарында эшләүе, бер яҡтан, ғаиләһен ҡарауға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан, атайҙарҙың ғаиләһенән айырылыуы, балаларҙың атайлы килеш атайһыҙ үҫеүе лә ҙур проблемаға әйләнә бара. Әммә ауылдарҙа эш урыны булдырыу еңелдән түгел, шуға күрә шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн маҡсатлы эш алып барабыҙ. Үҙ эшен асып, уңышлы ғына эшләп йөрөгән эшҡыуарҙар ҙа бар.

– Эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Автор: Кәримә УСМАНОВА
Читайте нас: