Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
13 Август 2020, 11:26

БӨТӘ РӘСӘЙ ХАЛЫҠ ИҪӘБЕН АЛЫУ ТУРАҺЫНДА МУЛЬТИМЕДИА ПРОЕКТТАРЫНА КОНКУРС

.

Дим Ильясов

Ҡағиҙәләре ябай: ҡатнашыусылар Бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһында онлайн-проекттың концепцияһын, эш планын әҙерләй, жюри баһалай һәм уңышлыларын һайлап ала.Һайлап алынған эштәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн аҡса бүленә, тормошҡа ашырылған проекттарҙың иң яҡшылары тағы ла өҫтәмә бүләк менән билдәләнәсәк.
Проекттарҙың темаһы төрлө була ала: Рәсәйҙә һәм донъяла халыҡ иҫәбен алыу тарихы, кампанияның әһәмиәте, статистикала кешеләр, статистик мәғлүмәтте тикшереү, иҫәп алыуҙы һанлаштырыу һәм үҙ темағыҙ.
Подкаст, инфографика, тулы текслы материал, репортаж, видеоролик йә анимация, документаль фильм, сәхифәлә махсус проект, лендинг- эшегеҙҙе ошо форматтарҙа башҡара алаһығыҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2021 йылдың 1 апреленән 30 апрелгә тиклем уҙа. Илебеҙҙең алыҫ ятҡан һәм барып етеүе ауыр булған төбәктәрендә иҫәп алыу 2020 йылдың 1 октябрендә башлана һәм 2021 йылдың 30 июненә тиклем үткәрелә.
Был халыҡ иҫәбен алыуҙың ил тарихындағы тәүге һанлаштырылған кампанияһы. Мобиль ҡушымтала йә Госуслуги порталында үҙ аллы яуап бирергә мөмкин буласаҡ.
Иҫәп алыусыларға махсус программа менән йыһазландырылған планшеттар бирелә. Ҡоролма хаталарҙы кәметергә булышлыҡ итәсәк һәм мәғлүмәт эшкәртеүҙе еңелләштерәсәк. Мәскәү һәм Иванов өлкәләре заводтарында 360 мең планшет эшләнәсәк.
Халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге яҡынса һөҙөмтәләре 2021йылдың октябрендә билдәле буласаҡ, ә аныҡ йомғаҡ 2022 йылдың IV кварталында яһала, тип хәбәр итәләр Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса рәсми сайтта. https://www.strana2020.ru/
Читайте нас: