Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Август 2020, 17:43

Техника төҙөклөгө – хәүефһеҙлек нигеҙе

-

Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 13 июлдән 14 авгусҡа тиклем республикала һәм районда “Трактор” тигән шартлы исем аҫтында үҙйөрөшлө машиналар һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу барышында тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү айлығы бара. Был турала тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһының Хәйбулла районы буйынса баш дәүләт инженер-инспекторы, сектор мөдире Айрат Нарбутинға мөрәжәғәт иттек.
Операцияның маҡсаты һәм бурыстары
“Трактор” операцияһының маҡсаты – тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш һәм башҡа машиналарҙы, шулай уҡ уларға тағылмаларҙы файҙаланғанда кешеләрҙең һәм мөлкәттең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, үҙ ваҡытында техник тикшереү үтмәүселәрҙе асыҡлау, төҙөк булмаған машиналар менән йөрөүгә юл ҡуймау. Операцияны үткәргәндә ошондай техниканың төҙөклөгөнә, машиналарға идара итеү тәртибен үтәүгә айырым иғтибар бирелә.
Районда күҙәтеү аҫтындағы техникалар һаны
10 авгусҡа ҡарата дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһында район буйынса 1134 үҙйөрөшлө машина һәм 76 уларҙың тағылмаһы теркәлгән. Ағымдағы йылда 682 берәмек үҙйөрөшлө машина(60 процент) һәм 32 берәмек тағылма (43 процент) техник тикшереү үтте.
Райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарынан 285 трактор һәм 19 тағылма иҫәптә тора. Башҡортостан Республикаһы дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы раҫлаған график буйынса аграр сәнәғәт комплексында техник тикшереү март-апрель айҙарында үткәрелде. Әлеге мәлдә ауыл хужалығы предприятиеларында 237 берәмек трактор (83 процент) һәм тағылма (68 процент) техник тикшереү үтте.
Районда теркәлгән 86 берәмек иген йыйғыс комбайндың 58-е (69 процент) техник тикшереү үтте. График буйынса комбайындарҙы техник тикшереү 15 июндән башланды.
Шәхси секторҙа теркәлгән 632 берәмек үҙйөрөшлө машинаның, 332-һе (52,5 процент) техник тикшереү үтте. Шәхси секторҙа техник тикшереү үтеү 13 майҙан башланды.
Рейдтар ойошторола
Күпләп трактор йөрөгән урындар маршруттары буйлап Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, “Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы”, урман хужалығы белгестәре менән берлектә рейдтар үткәрелә. Район ауыл биләмәләре территорияһындағы үҙйөрөшлө машиналар һәм уларға тағылмалар тикшерелә. Әлеге мәлдә 15 рейд үткәрелеп, 83 берәмек техника тикшерелде. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 31 протокол төҙөлдө.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 64-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: