Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Август 2020, 11:25

ТАЛАНТТАР МАРАФОНЫ

.

Гульдар Кинзябаева

Ошо исем аҫтында Рәсәйҙәге күп балалы ғаиләләр араһында инде 6 йыл буйы ижади конкурс үткәрелеп килә. Проектты “Мәскәүҙең күп балалы ғаиләләр берләшмәһе” ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам итеү фонды менән берлектә ғәмәлгә ашыра. Был сара “Күп балалы Рәсәй” проекты сиктәрендә атҡарыла.
“Таланттар марафоны” күп балалы ғаиләләрҙән сыҡҡан ҡыҙҙарға һәм малайҙарға үҙ талантын күрһәтергә, ҡурҡыу хисен еңеп, ижади мөмкинлектәрен файҙаланырға ярҙам итә. Артабан иһә Кремль һарайында, “Геликон-опера” сәхнәһендә, илдең башҡа билдәле майҙандарында, шулай уҡ телевидение аша сығыш яһарға мөмкинлек бирә. Проект барышында күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтелә, был иһә талантлы балаларға ҙур сәхнәгә, киноиндустрияға эләгергә ярҙам итә.
Алты йыл дауамында конкурсҡа йылдан-йыл күберәк ҡатнашыусылар ҡушыла, улар – илдең төрлө төбәктәренән. Билдәле сәбәптәр арҡаһында быйылғы сара дистанциялы алымда, йәғни онлайн үтә.
Ҡатнашыусылар конкурсҡа 4 төрҙә: вокал, хореография, һөйләү жанры, халыҡ марафоны төшөрөлгән видеороликтар ебәрә. Еңеүселәр Әсәләр көнөнә арнап төшөрөлгән концертта ҡатнашыу хоҡуғына эйә була. Ул федераль каналдарҙың береһендә ноябрь аҙаҡтарында күрһәтелергә тейеш.
Проект ваҡытында талантлы балалар эстрада, кино, театр, телевидение “йондоҙ”ҙары үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала. Конкурс тамамланыуға һәр ҡатнашыусыға сертификат бирелә. Бынан да мөһимерәге, әлбиттә, файҙалы белем алыу, сөнки ул йәш таланттарға киләсәктә уңыш яуларға ярҙам итере шикһеҙ.
Проект тураһында тулы мәғлүмәтте, ҡатнашыусының анкетаһын https://многодетные-семьи.рф/marafon сайтында ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: