Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Август 2020, 10:41

Ҡоҙоҡта ҡатын кәүҙәһе табылған...

/

9 августа көндөҙ Мәләүез районының Корнеевка ауылы янындағы ташландыҡ ҡоҙоҡта ҡатын кешенең кәүҙәһен тапҡандар. Был турала, үҙ сығанаҡтарына нигеҙләнеп, "КП- Уфа" хәбәр итә
Үлгән ҡатын өс метр тәрәнлектә ятҡан. Хоҡуҡ һаҡлаусылар уны ҡоҙоҡ төбөнән сығарғас, кем булыуын асыҡлағандар. Баҡһаң, ул күрше ауылдан 57 йәшлек ҡатын булып сыға. Тышҡы яҡтан ҡарағанда, криминаль характерҙағы тән яралары күренмәгән. Эксперттарҙың алдан тикшереүҙәре буйынса, был ҡатын өс көн алдан вафат булған. Әле кәүҙә суд-медицина экспертизаһына тапшырылған.
Фото pixabay.com
Автор: Миләүшә Сайтакова.
Читайте нас: