Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Август 2020, 11:20

Мең төҫтәрҙә балҡый Сибай

.

Һуңғы көндәрҙә Урал аръяғының баш ҡалаһы - Сибай күҙгә күренеп матурая һәм төҙөкләндерелә. Иң мөһиме - үҙенең күркәм юбилейына ентекле әҙерләнә, ҡалала өр-яңы арт-объекттар, композицилар барлыҡҡа килә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ҡаланың белем биреү учреждениелары биналары яҡтылыҡ дизайн элементтары менән биҙәлеп, кисен һәм төндә гәрәбә, йәшел һәм аҡ неон төҫтәрҙә балҡығайны. Әле ҡала урамдарын яҡтылыҡ дизайны элементтары менән биҙәү дауам ителә. Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә, күптән түгел ҡаланың Еңеү паркында һәм Таусылар проспектында урам уттары менән бергә ағастарҙа төрлө төҫтәге гирляндалар балҡыны. Бөтәһе 53 ағастың һәр береһендә 100 метрлыҡ светодиод ептәр үрелгән. Бындай гирляндалар түбән температурала ла ышаныслы эшләй, ҡар һәм ямғырҙан да ҡурҡмай, оҙаҡ хеҙмәт итә. Тимәк, был матурлыҡ менән сибайҙар йыл әйләнәһенә һөйөнә ала.
Хәүефһеҙлек һәм тотороҡло эшләү гарантияһы булып түбән йылылыҡ биреү һәм гирляндаларҙың абсолют герметиклығы, туҙан һәм дым һаҡлау сифаты тора.
Урам декорының йәнә бер йүнәлеше-флеш-неон ҡулланып яҡтыртыла торған арт-объекттар урынлаштырыу. Уларҙың тәүгеһе "Ете ҡыҙ" композицияһы Таусылар проспектында урынлаштырылды һәм ҡала халҡы тарафынан йылы ҡабул ителде. Был хаҡта фотоһүрәттәр, "лайк"тар, социаль селтәрҙәге рәхмәт һүҙҙәре һөйләй.
Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын 19 август көнө үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән көндә Сибайҙа тағы 5 яҡтыртыусы композицияның асылыуы көтөлә. Уларҙың һәр береһенең идеяһы тәрән уйланылған. Чайковский урамы, 6 адресы буйынса урынлашҡан йорт "Ғаилә" композицияһы, Ленин урамындағы аллеяларҙы "Шахтер" һәм "Төҙөүсе" биҙәһә, үҙәк ҡала дауаханаһы ҡаршыһында "Медицина хеҙмәткәрҙәре" композицияһы урын аласаҡ. Ә инде ҡаланың Үҙәк майҙанында "Салауат Юлаев" арт-обектын урынлаштырыу ҡаралған.
Таусылар ҡалаһы үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән көндә алты йорт фасадында Сибай тураһында тик матур һүҙҙәр яҙылған һәм милли орнамент элементтары менән яҡтыртылған неон яҙыуҙары барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы монтажлау эштәре тамамланып килә. Урам декорының яңы яҡтылыҡ элементтарын урынлаштырыуҙа ҡала ҡаҙнаһынан 1,2 миллион һум аҡса бүленгән.
Ҡаланы биҙәү һәм төҙөкләндереүҙә ҡаланың күп ойошма-учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Дөйөм көс менән Сибай урамдары күҙгә күренеп матурая һәм көндән-көн сағыуыраҡ балҡый.
Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас в