Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Август 2020, 11:38

"Күҙ алдына килтерегеҙ: ҙур айыу өскә өс метр майҙанда йәшәһен әле. "

.

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров зоопарктар мәсьәләһен күтәрҙе.
Өфө буйлап эш сәфәре барышында ул Менделеев урамында күсмә зоопаркты күреп ҡалған һәм уның менән ризаһыҙлығын белдерҙе.
– Беҙҙә бындай объекттар булмаҫҡа тейеш. Тәҡдимдәр әҙерләгеҙ. Күсмә зоопарктың нимә икәнлеген яҡшылап өйрәнегеҙ, унда йәнлектәргә бик ауыр. Күҙ алдына килтерегеҙ: ҙур айыу өскә өс метр майҙанда йәшәһен әле. Федераль кимәлдә лә уларҙы бөтөрөү тураһында уйлайҙар. Беҙгә республикалағы хәлде контролгә алырға кәрәк, ойоштороу, административ, пропаганда саралары менән эшләргә кәрәк, улар беҙгә башҡаса килмәһен. Цивилизациялы илдәрҙә улар әллә ҡасандан юҡ, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе фекеренсә, күсмә зоопарктарҙы бөтөрөп, Өфөлә ҙур заманса зоопарк төҙөргә кәрәк.
– Был бик ҙур һәм күләмле эш. Ул бер генә йыл түгел, кәмендә дүрт-биш йыл дауам итеүе ихтимал. Бурыс шундай – ҡалаларҙа һәм райондарҙа күсмә зоопарктарҙы бөтөрөргә. Өфө иһә ҙур, заманса зоопарк төҙөү менән шөғөлләнһен. Унда йәнлектәргә уңайлы булырға тейеш. Кешеләр килһен, ҡараһын, балаларға был кәрәк. Миллионлы ҡалала заманса зоопарк булырға тейеш, тип иҫәпләйем, – тине ул.
Читайте нас: