- йоҡа ғына итеп туралған 16 телем аҡ икмәк (тостер өсөн туралған икмәк булһа, тағы ла уңайлыраҡ),
- 8 колбаса телеме,
- 1-2 помидор,
- 200 грамм бәшмәк,
- 100-150 грамм сыр,
- 4 йомортҡа,
- 1 ҡалаҡ аҡ май,
- тәменә ҡарап тоҙ, борос, петрушка.
Эш барышы:
1. 8 телем икмәктең йомшағын бысаҡ менән киҫеп алабыҙ. Табаға (төбөн майлап) йомшағы алынмаған 8 телем икмәкте теҙеп, шуның дүртеһенә йомшағы алынған икмәк телеме ҡуйып сығабыҙ. Уртаһы алынғандарына бәшмәк (ҡыҙҙырып) тултырып, тоҙ, борос һәм ваҡ ҡырғыстан ҡырылған сыр һибәбеҙ.
2. Ҡалған 4 телем икмәккә 2-шәр телем колбаса, өҫтөнә ҡалған 4 икмәк киҫәген ҡуябыҙ. Эстәре алынғандарының өҫтөнә помидор кисәкләре (түңәрәкләп туралған) урынлаштырабыҙ һәм һәр бутербродҡа берәр йомортҡа һытабыҙ. Тоҙ, борос, петрушка (ваҡлап туралған) һибәбеҙ. Барлығы 8 бутерброд килеп сыға.
3. Табаны 180 градусҡа йылытылған газ мейесенә ҡуйып, йомортҡа бешкәнсе һәм сыр ирегәнсе тотабыҙ.