Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Август 2020, 11:44

ИНОРСТА ЮЛ ТӨҘӨЛӨШТӘРЕ ҠАСАН ТАМАМЛАНА?

.

Өфө ҡалаһының Инорс биҫтәһендәге Валерий Лесунов урамы (Баландин бульварына тиклем) һәм Баландин бульвары (Валерий Лесунов урамынан Ферин урамына тиклем) төҙөлөштәре тамамланып килә.
Әле юл эштәре финиш һыҙығына сыға. Атап әйткәндә, Валерий Лесунов урамындағы юлға тейешле ҡорамалдар ҡуйыла, ә Баландин бульварында коммуникациялар тулыһынса эшләп бөтөлгән, асфальтбетон ҡатламы һалына.
– Баландин бульвары буйлап ҡалын бетон ҡатламынан нигеҙ һәм асфальтбетон ҡатнашмаһынан беренсе ҡатлам һалынды. Асфальт өс ҡатлам итеп һалынасаҡ. Әле яҡшы көндәрҙе көтәбеҙ, шул уҡ ваҡытта юл һәм тротуарҙар буйындағы бордюрҙарҙы монтажлайбыҙ. Бынан тыш, ҡойма ямғырҙар ваҡытында һыу йыйылыуға юл ҡуймау маҡсатында, 12 метр тәрәнлегендәге канализация һурҙырғысы ҡорамалы урынлаштырыу ҡаралған, ул автомат режимда эшләйәсәк. Әле Баландин бульвары буйынса ҡойма ямғыр канализацияһы тулыһынса урынлаштырып бөтөлдө, ә Лесунов урамы буйынса – 80 процент. Әле унда ямғырҙар ҡоҙоҡтары урынлаштырыла һәм дренаж һалына, – ти “Башкиравтодор” предприятиеһының Лебяжинский филиалының баш инженеры Василий Ивлев.
Был объекттар “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Юл-төҙөлөш эштәре былтыр башланды һәм быйыл дүртенсе кварталда тамамланасаҡ.
Участканың оҙонлоғо - Ауыл Богородский урамынан Валерий Лесунов урамы буйлап Баландин бульварына тиклем 799 метр. Урам дүрт һыҙатлы хәрәкәт өсөн проектланған. Төҙөлөш сиктәрендә, өс метр киңлегендә йәйәүлеләр юлы һәм 2,25 метр киңлегендә велосипедсылар өсөн юл барлыҡҡа киләсәк. Әле Баландин бульвары Валерий Лесунов урмамынан Ферин урамына тиклем төҙөлә. Проект буйынса бында ла дүрт һыҙатлы хәрәкәт, 2,5-3 метр киңлегендә йәйәүлеләр юлы һәм 2,25 метр киңлегендә велосипедсылар өсөн юл ҡаралған.
Фото: “Башкиравтодор”
Читайте нас: