Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Август 2020, 11:22

Еңел сәнәғәт предприятиелары ярҙамһыҙ ҡалмай

.

Еңел сәнәғәт тармағындағы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу “Алға” махсус иҡтисади зона биләмәһендә 1300 яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирәсәк. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев хәбәр итте.
Һүҙ айырып әйткәндә махсус кейем тегеү буйынса “Аркада” сәнәғәт берекмәһе һәм спорт һәм көндәлек кейем бренды ZASPORT Рәсәй фабрикаһы тураһында бара. Дөйөм инвестициялар күләме 630 миллион һум тәшкил итә.
Еңел сәнәғәткә быйыл ҙур ғына ярҙам күрһәтелде. Министр белдереүенсә, 46 предприятие сеймал һәм материалдар алыу өсөн субсидия менән файҙаланды. Уның дөйөм күләме 100 миллион һум тәшкил итте.
Етештереү ҡорамалдары һәм уларға программа тәьминәтен һатып алыу өсөн субсидияға документтар ҡабул итеү тамамланды. 30 ойошма ғариза биргән. Конкурстың һөҙөмтәләрен 12 августа әйтәсәктәр. Был маҡсатта республика бюджетынан 50 миллион һум аҡса бүленгән.
Коронавирус пандемияһы башланыу менән республиканың күп кенә еңел сәнәғәт предприятиелары шәхси яҡланыу саралары етештерә башланы. 18 марттан алып улар 5,1 миллион күп тапҡыр файҙалана торған битлектәр, 310 мең бер тапҡыр файҙалана һәм 20 мең күп тапҡыр файҙаланыла торған яҡлау костюмдары теккән.
– Коронавирус эпидмияһы башланып ҡына торған саҡта, көнөнә мең битлек тә тегә алмайҙар ине. Ә хәҙер тәүлегенә 150 мең битлек тегәһегеҙ. Ошо сәбәпле беҙ бөтәһен дә яҡланыу саралары менән тәьмин иттек һәм уларға хаҡтар төштө. Бының өсөн ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, беҙ республиканың еңел сәнәғәт тармағына ярҙам итеү буйынса ҡарарҙар ҡабул иттек. Уларҙың береһе – конкурс процедуралары аша беҙҙең етештереүселәрҙең әйберҙәрен һатып алыуҙы тәьмин итеү. Был сараларҙың барыһын да “Сәнәғәт сәғәтендә” тикшерергә тәҡдим итәм.
Фото: ufa.rbc.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: