Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Август 2020, 11:23

ЭҪЕ КӨНДӘР БӨТТӨМӨ?

.

Нэркэс Валиуллина

Гисметео мәғлүмәттәре буйынса, алдағы аҙнала республика территорияһында һалҡынса булмаҡсы.
Ямғырҙар, ҡойма ямғырҙар, йәшен, айырым райондарҙа боҙ яуыуы ла фаразлана. Шаршамбыға, 12 авгусҡа ҡояш сығыр тип көтөлә, әммә яуым-төшөм ихтималлығы һаҡланасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +18 ... +22 градус йылы буласаҡ, төндә +10 градусҡа тиклем төшәсәк тип фаразлайҙар белгестәр.
Шундай ук һауа торошо 17-23 август аҙнаһында ла һаҡланасаҡ.
Һауа температураһы 20 августҡа күтәрелә башлаясаҡ. +24 градус йылы булмаҡсы, тиҙәр синоптиктар. Ҡыҫҡа ваҡытлы ҡойма ямғырлы, август аҙағының климатик нормаларына тура килгән һауа торошо көтөлә.
Фото Интернеттан.
Читайте нас: