Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Август 2020, 11:40

Бушлай мәктәп формаһы һәм туҡланыу

.

Башҡортостан мәктәптәрендә компенсациялар һәм льготалар бирелә.
Балалар тиҙ үҫә, шуның өсөн мәктәп формаһын ике йылға бер алып торорға кәрәк. Ә был күп балалы аҙ килемле ғаиләләр өсөн һиҙелерлек сығым булып тора. Бындай ғаиләләргә форма алыу өсөн аҡсалата компенсация ҡаралған.
Бындай компенсацияға иҫәп тотоу өсөн ғаиләлә бәлиғ булмаған балалар һаны өстән дә кәм булмаҫҡа тейеш (уллыҡҡа алған йәки ҡарауға (опекаға) алған), уртаса йән башына килеме йәшәү минимумынан юғарыраҡ булмаҫҡа тейеш.
Нисек алырға?
11 октябргә тиклем балаларың уҡыған мәктәпкә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙең менән мотлаҡ паспорт, балаларҙың тыуыу тураһында таныҡлыҡтары, ғаилә составы тураһында справка, аҙ килемле ғаилә статусын раҫлаусы справка, мәктәп формаһын һатып алған чектар булырға тейеш.
Күп балалы, аҙ килемле ғаиләләрҙәге беренсе класҡа уҡырға барған балаларға йәнә бушлай әсбаптар (ҡәләм, ручка, дәфтәрҙәр) менән ранец бирелә.
Мәҫәлән, үткән йыл беренсе класс уҡыусыһының артмаҡлы сумкаһына 20 дәфтәр һәм уларға тышлыҡтар, дәреслектәр өсөн 6 тышлыҡ, көндәлек, төҫлө ҡағыҙарҙан торған 2 набор һалынғайны. Әсбаптарҙан - 5 ручка һәм ябай ҡәләмдәр, төҫлө ҡәләмдәрҙән торған 2 набор, акварель буяуҙар, 2 бумала, 2 пластилиндар йыйылмаһы, һүрәт төшөрөү өсөн 2 альбом, 2 юйма, һандар һәм хәрефтәр кассаһы, пенал, линейка, ҡәләм ослағыс, фломастерҙар йыйылмаһы, хеҙмәт дәрестәре өсөн папка һәм дәфтәр һалыу өсөн папка, китап ҡуйыу өсөн таяу. Етәкселәр уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге тураһында ла хәстәрләгән – сумка эсенә ҡараңғыла китеп барған баланы водителдәр йыраҡтан күрһен өсөн махсус яҡтылыҡ ҡайтарғыслы жилет та һалғандар. Бындай рюкзактың хаҡы яҡынса 2800 һум тора.
Бушлай туҡланыу
Дәүләттән йәнә бер ярҙам – уҡыусылар һәм һөнәри колледж студенттары өсөн ашханала бушлай туҡланыу (23 йәшкә тиклем).
Күп балалы аҙ килемле ғаилә статусын алыр өсөн прописка буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам итеү үҙәге филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Аҙ килемлелек статусы уртаса йән башына йәшәү минимумынан кәм булған ғаиләләргә бирелә. Башҡортостанда 2020 йылдың август айына йәшәү минимумы – 9442 һум.
Р.ЗАМАНОВА.
Автор: Роза Сафина
Читайте нас: