Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Август 2020, 16:17

АЙ ҺАЙЫН 10 МЕҢ ТҮЛӘРҘӘРМЕ?

.

Нэркэс Валиуллина

Бер ерҙә лә эшләмәйенсә, инвалидтарҙы ғына ҡараған кешеләргә ай һайын 10 мең һум күләмендә пособие түләргә тәҡдим ителгән.
Әлеге закон проекты Дәүләт Думаһына индерелгән. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрендә документ авторҙарының береһе, Думаның хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт комитеты рәйесе Ярослав Нилов һөйләгән. Закон проекты авторҙары араһында шулай уҡ Дәүләт Думаһы вице-спикеры Игорь Лебедев, депутаттар Дмитрий Свищев, Никита Березин һәм сенатор Сергей Леонов бар.
Ниндәй закон проекты тураһында һүҙ бара?
«Инвалид балалар тәрбиәләүселәргә, кесе йәштән инвалид ҡалған һәм I төркөм инвалидтарҙы ҡараусыларға айлыҡ түләүҙәр тураһында» Федераль закон проекты нигеҙендә инвалидтарҙы ҡараусы, әммә бер ҡайҙа ла эшләмәгән кешеләргә айлыҡ пособие алыу хоҡуғын күҙҙә тота. Түләү күләмен әле айына 10 мең ҡуйып, район коэффициентына ҡарап, йыл һайын индексацияланыуы күҙ уңында тотола. Тәрбиәгә алыусы ата-әсәгә (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алыусыға) йәки опекунға (попечителгә) 10 000 һум күләмендә пособие билдәләнә, ул киләһе йылдың 1 февраленән башлап, йыл һайын индексацияланырға тейеш. Индексация коэффициенты РФ Хөкүмәте тарафынан билдәләнә", - тиелә документта.
Аҡсаны федераль бюджеттан алырға тәҡдим ителә. Закон 2021 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инер тип көтөлә.
Читайте нас: