Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Август 2020, 11:39

Ҡалабыҙҙы 16 мең яҡтыртҡыс балҡыта

.

6 августа тантаналы шарттарҙа урамдарҙағы яҡтыртҡыстарҙы алыштырыу эштәре тамамланды.
Стәрлетамаҡтың “Электр селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы килешеү нигеҙендә подрядсы монтаж ойошма сифатында сығыш яһаны. Дүрт ай эсендә компания 16 меңгә яҡын яңы яҡтыртҡыс ҡуйҙы.
“Вирус инфекцияһы таралыу хәүеф янауға бәйле сикләүҙәр шарттарында, предприятие персоналы эште бынамын тигән итеп атҡарып сыҡты. Һис шикһеҙ, был оператив бригаданың баш ҡалҡытмай эшләүе - эш күләмен планлаштырыу һәм нормаға һалыу, планды арттырып үтәү, әһәмиәтле эш һөҙөмтәһе нәтижәһе.
“Электр селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы хеҙмәткәрҙәр һәм предприяитие мәнфәғәтендә файҙалы һәм килемле эшләй ала алғанын йәнә иҫбатланы” – тиелә предприятие белдереүендә.
Р.УСМАНОВА.
Читайте нас: