Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Август 2020, 11:16

ҺӘР КЕМ ҠУШЫЛА АЛА

.

Башҡортостанда 483 онлайн-смена эшләй. Улар 20 июлдән ҡайтанан тергеҙелгәйне. Программалар, лагерь педагогтарының, вожатыйҙарҙың, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ҡыҙыҡһыныуҙары иҫәпкә алынып, төҙөлгән. Шулай итеп, республикалағы 100 мең балаға ошондай программалар оҡшап ҡалған. Шуға уларға беҙҙең генә түгел, Башҡортостандан ситтәге, Краснодар крайындағы, Төмән, Силәбе, Свердловск өлкәләрендәге, Татарстандағы, Ямал-Ненецк автономиялы округындағы һәм башҡа төбәктәрҙәге ҡыҙҙар, малайҙар ҙа ҡушылған. Ә был ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
Ошо юғары рейтингтың сере нимәлә һуң? Республиканың Мәҙәниәт, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Эске эштәр министрлыҡтары, Бөтә Рәсәй ирекмән янғын һүндереүселәр йәмғиәте һәм башҡа ойошма-ведомстволарҙың берлектә эшләүе онлайн-сменаларҙың мөһимлеген һәм кәрәклеген тағы көсәйткән. Улар балаларға үҙ мөмкинлектәрен асырға, ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса бергә тупланырға һәм ябай көнгә йәй буяуҙарын ҡушып йәмләргә булышлыҡ иткән. Теләгәндәр https://education.bashkortostan.ru/activity/22289/ асылмаһы буйынса онлайн-сменаға ҡушыла ала.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас в