Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Август 2020, 11:17

Майлы ҡырмыҫҡа иләүен тап иттем

/

Ҡырмыҫҡа иләүен күптән күргәнем юҡ ине, берәй өс йыл тирәһе барҙыр. Ниһайәт, быйыл нәҙекбилкәйҙәр менән осраштым. Баймаҡ районында урынлашҡан Ғәҙелша шарлауығында тап иттем уны. Әйтәләр бит, уға оҙаҡ итеп ҡарап торһаң, тынысланаһың тип. Мин дә күңел тыныслығы алдым. Ябай түгел, ә майлы ҡырмыҫҡа ояһы. Бейеклеге бер метрға яҡын, сағыштырмаса яҫы ғына, ҡыҫҡаһы, “Беларус”тың артҡы тәгәрмәсенән саҡ ҡына ҙурыраҡ.
– Ҡырмыҫҡа иләүе йылдан-йыл кәмеүгә табан бара, – тип әсенә йәнлектәр донъяһын өйрәнеүсе фән кандидаты Мөрсәлим Вахитов. – Уларға шул тиклем һаҡсыл ҡараш булдырырға кәрәк. Ҡырмыҫҡалар – урман санитарҙары. Иләү тәү ҡарамаҡҡа сүп-сар өйөмө кеүек тойола, ә ысынында, ул һис тә улай түгел. Яҡшы инженер ҙа ояны улар шикелле оҫта итеп ҡора алмай, көслө ямғыр яуғанда ла уның өҫкө ҡатламы ғына һыулана. Эйе, беҙгә уның өҫтө генә күренә, ул бит әллә күпме ер аҫтына ла төшкән.
Мөрсәлим Вахитов белдереүенсә, йәйгеһен көндәр оҙайлы эҫе торһа, ҡырмыҫҡалар майҙы иләүҙең өҫтөнә сығара икән. Әйткәндәй, кешеләр элек-электән ҡырмыҫҡа майы менән дауаланған. Мәҫәлән, аҡ майҙы быуындар һыҙлағанда шул урынға һөрткәндәр, бил ауыртҡанда уның менән ыуғандар. Ҡул менән һыпырып ташлағандай юҡҡа сыға һыҙланыу-ауыртыуҙар.
Фото: Илдар Аҡъюлов.
Автор: Илдар Акьюлов.
Читайте нас: