Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Август 2020, 12:25

1 СЕНТЯБРЬ – БЕЛЕМ КӨНӨ НИСЕК ҮТЕР?

.

“Рәсәй Мәғариф министрлығы, әгәр коронавирус менән сирләү кимәле ныҡлап кәмемәһә, 1 сентябрҙә Белем байрамына арналған мәктәп линейкалары үткәрелмәүе тураһында белдергәйне. Был яңылыҡ йәмәғәтселектә, беренсе класҡа барасаҡ бәләкәстәрҙә, айырыуса уларҙың ата-әсәләрендә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы”, тип хәбәр итә “Интересная Россия” селтәр баҫмаһы.
Илдең мәғариф министры Сергей Кравцов, йәмәғәтселектең фекерен иҫәпкә алып, байрам линейкалары буласаҡ, әммә граждандарҙың һаулығын, именлеген тәьмин итерлек яңы форматта, тип белдергән. Әлеге ваҡытта байрамды үткәреүҙең аныҡ ҡына алымы тәҡдим ителмәгән, әммә балалар байрамһыҙ ҡалмаясаҡ.
Рәсәй Мәғариф министрлығының рәсми сайтында белдереүҙәренсә, бөгөн яңы уҡыу йылын ғәҙәти алымда башлап ебәреү өсөн ҙур әҙерлек эштәре алып барыла. Был хаҡта министр урынбаҫары Екатерина Толстикова ил төбәктәренең мәғариф тармағы етәкселәре менән үткәрелгән видеокәңәшмәлә лә әйтеп үтте. Йәғни, уҡыу йылын дистанциялы алымда башлау тураһында әлегә һүҙ алып барылмай.
Барыһы ла яҡшы булыр, уҡыусылар 1 сентябрҙә мәктәпкә юлланып, уҡыуҙы ғәҙәти алымда башлап ебәрер, тип өмөтләнәйек.
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/1-sentyabr--Belem-k-n-nisek-ter-402376/
Читайте нас в