Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
9 Август 2020, 15:52

БАШ ҠАЛАНЫҢ КОМСОМОЛ УРАМЫНДА СИКЛӘҮҘӘР ДАУАМ ИТӘ

.

Быйыл Өфө урамдары ныҡлап төҙөкләндерелә. Күп урындарҙа ремонт эштәре гөрләй. Иң ҙур проекттарҙың береһе – Комсомол урамын төҙөкләндереү. Ул - баш ҡаланың төп магистралдәренең береһе. Унда әле сираттағы тапҡыр транспорт хәрәкәтен сикләнеләр.
Шулай итеп, яңы сикләүҙәр 4 августан индерелде. Улар түбәндәге урамдарҙа ғәмәлдә:
- дүрт һыҙат буйынса Һ. Дәүләтшина бульварынан Бессонов урамына тиклем – 1 сентябргәсә;
- дүрт һыҙат буйынса Галле ҡалаһы исемендәге урамдан Бессонов урамына тиклем – 1 октябргәсә;
- ике һыҙат буйынса СССР-ҙың 50 йыллығы урамынан Шафиев урамына тиклем – 1 декабргәсә.
Өфө ҡалаһы хакимиәтендә, ремонт эштәрен иҫәптә тотоп, маршрутты алдан планлаштырыуҙы һорайҙар. Был урамды төҙөкләндереү “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла. Билдәле булыуынса, был милли проект юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары ҡурҡынысын кәметеүгә йүнәлтелгән. “Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән бурыс ҡуйҙы дәүләт башлығы Владимир Путин.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: