Экология өлкәһендә хоҡуҡ боҙоусыларға яңы штрафтар һалынасаҡ. Ҙур йөк машиналары менән идара итеп, ремонт эштәре арҡаһында территорияны бысратыу өсөн яуаплылыҡ ҡәтғиләнәсәк.
"Норма, беренсе сиратта, ҙур йөк машиналарына ҡағыла. Автомобилдәр төҙөлөш майҙандарынан йыуылмаған тәгәрмәстәр менән сығып китеп, урам буйлап бысраҡ таратҡан осраҡтар күп. Хоҡук боҙоуҙың башҡа миҫалдарына яғыулыҡ, майҙар ағыҙыу, йәки рөхсәт ителмәгән урындарҙа машиналар йыуыу осраҡтарын киҫәтергә һәм штраф һалыу юлы менән кәметергә кәрәк. Былар эстетикаға ғына түгел, ә беҙҙең тораҡ пункттарының санитар, экологик торошона ла зыян килтерә”, - тине Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Автомобилдәр менән урамды бысратҡан өсөн граждандарға 500-1000 һумға, вазифалы кешеләргә 4-7 мең һумға, юридик шәхестәргә 20-25 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ҡышын йәйәүлеләр һуҡмағы ҡар һәм боҙҙан таҙартылмаһа, машиналар сығыу юлдары ҡар менән күмелһә, уларҙың хәрәкәте хәүефле булһа, пандустар, подъездар боҙҙан һәм ҡарҙан үҙ ваҡытында таҙартылмаған өсөн дә штраф һалынасаҡ.