Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Август 2020, 11:41

РАДИЙ ХӘБИРОВ: “БЫЛАЙ БУЛЫР ТИП КЕМ УЙЛАҒАН?”

.

Француз инвесторҙары Башҡортостанда 50 мең бал ҡорто ғаиләһенә тәғәйенләнгән ҙур умарталыҡ асырға ниәтләй. Патрик Хоффман менән Антуан Менделовичтар башҡорт балын донъя буйлап һатырға иҫәп тота.
Был Бөрйән бал ҡортон һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирер, тип көтөлә. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров фейсбукта:
“20 йыл элек, француздар Башҡортостанда бал етештерә башлар, тип кем уйлаған? Тик хәҙерге глобаль донъя ул шундай, һәм был бик шәп, тип уйлайым”, – тип яҙған ул.

Венер Исхаков

Читайте нас: