Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Август 2020, 11:58

КӘБЕҪТӘ НИҢӘ БАШЛАНМАЙ?

.

Кәбеҫтәнең баш үҫтермәү сәбәптәре бер нисә. Кәбеҫтәге лайлалы ҡоротҡостар, күбәләк ҡорто һәм башҡа бөжәктәр зыян килтерә. Уларҙан һаҡлау өсөн тәмәке, ҡара борос, көл һибергә була. Азотлы ашламаларҙы күп индергәндә, үҫемлек дегәнәк кеүек күп япраҡтар ебәрә, баш үҫтерергә һуңлай. Кәбеҫтәгә нейтарль тупраҡ кәрәк. Тупраҡ әсе булһа, көл һибегеҙ.
Кәбеҫтә һыу ярата. Уға ямғыр кеүек өҫтән һиптерергә кәрәк.
Иң йыш осрай торған сәбәп: яҡтылыҡ етмәү. Кәбеҫтәне бер ҡасан да күләгәле урынға ултыртмағыҙ, яҡтылыҡ етмәгәндә ул өҫкә ҡарай үҫә, баш үҫтермәй.

Венер Исхаков

Читайте нас: