Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Август 2020, 11:48

ИҪЕРЕК ВОДИТЕЛДӘРҘЕ ТЕЛЕВИЗОРҘАН КҮРҺӘТӘСӘКТӘР

.

Республиканың Транспорт буйынса дәүләт комитеты рә-
йесе Алан Марзаев әйтеүенсә, уҙған аҙнала 68 юл-транспорт һәләкәте булған, унда 86 кеше зыян күргән, 11 кеше үлгән.
“Уҙған ялдарҙа 224 иҫерек водитель тотолдо, - тине ведомство етәксеһе. - Ә 22 июндән алып дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 2064 һуҡмыш водителде эләктерҙе”.
“Һандар бик насар”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Был йәһәттән ул аңлатыу эштәре алып барырға, тәртип боҙоусыларға ҡаты яза бирергә ҡушты, ә “потенциаль үлтереүселәрҙе” телевизорҙан күрһәтергә тәҡдим итте.
“Беҙҙә тулы цикл эшләргә тейеш: ҡулға алыу - штраф - административ яза. Айык йөрөүҙе пропагандалауҙы көсәйтергә, ә иҫерек водителдәрҙе күрһәтергә кәрәк. Һәр поста телевидение операторҙары торһон, һәр ҡулға алыуҙы төшөрһөндәр. Был кешеләрҙең иҫерек йөҙҙәрен күрһәтһендәр”, - тине Радий Фәрит улы.

Нэркэс Валиуллина

Читайте нас: