Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
6 Август 2020, 13:32

Булдырабыҙ бит, ә!

.

Республика райондарының береһендә фермерҙың ҡиммәтле Кадиллак автомобилендә баҫыу эшкәрткәнен күргәндәр. Булдырабыҙ бит, ә!
Күргән ғәм халыҡ аптырашта. Трактор культиваторын тағып ер эшкәрткән Кадиллакты тағы ҡайҙа осратҡанығыҙ бар?
Шаһиттарҙың береһе түҙмәгән, водитель янына барып: ”Ниңә, тракторың ватылдымы ни?”- тип һораған. Тегенеһе тыныс ҡына: ”Эйе, ватылды. Ярай, Сadillac бар бит,”- тип яуаплаған, имеш.
Беҙҙең фермерҙар булдыра, уларға бары эш булһын да, “егергә” техника булһын. “Салауат ерендә” районы гәзите хәбәрселәренә үҙенсәлекле фото өсөн рәхмәт, әләйһә, ышанмаҫ та инек был хәлгә.
Фото:”Салауат ерендә” сайты.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: