Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Август 2020, 16:49

Комбайн, трактор йөрөтә

Аҡъяр ауылынан Сәмсикамал Рахманғолова 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Йөҙөнән йылмайыу китмәгән бар кешелә тик яҡшылыҡты ғына күрә белгән тыл һәм хеҙмәт ветераны Сәмсикамал Сабит ҡыҙы менән һөйләшеүе үҙе бер кинәнес. Бала саҡтан кисергән тормош ауырлыҡтарын да ҡәҙерләп иҫкә ала ул. Уның һәр һүҙе алтынға бәрәбәр, кисерештәрен йотлоғоп тыңлайһың.
Сәмсикамал Рахманғолова 1925 йылдың 1 июлендә Баймаҡ районының Баймырҙа ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Белем алыуға ынтылышы көслө булған мәҡәләм геройы күрше ауыл мәктәбенә йөрөп уҡый. Әммә 3 класс тамамлағандан һуң, уға башҡаса уҡыу теймәй.
Һуғыш башланғас, Сәмсикамал инәй комбайн, трактор штурвалы артына ултыра. Ул өлкәндәр менән бер рәттән көн-төн эшләй. 1946-1947 йылдарҙа инәйҙең ғаиләһе Ырымбур өлкәһе Гай районы Орловка ауылына күсеп килә. Ул ошонда үҙенең тормош иптәшен осрата. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбделәхәт Рахманғолов ғаиләле була. Ул йәш ҡыҙҙы икенсе ҡатынлыҡҡа алып, бергәләп донъя көтә башлайҙар. Бер-бер артлы балалары донъяға килә. Ғаилә башлығы йәш ҡатыны менән Таштуғай ауылына йәшәргә күсә. Бында тракторҙа ла, комбайында ла эшләйҙәр. Инәй ҙә штурвалсы булып ире эргәһендә йөрөй. Балалары ишәйгәс, самандан өй һалып сығалар. Хеҙмәттән йәм табып, татыу донъя көтәләр. Әбделәхәт Бәхтиәр улы 74 йәшендә вафат була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Сәмсикамал инәйгә бер улы һәм ҡыҙын да ерләргә тура килә. Әммә ул яҙмыш ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, артабан йәшәргә үҙендә көс таба. 9 балаға ғүмер бүләк иткән инәй “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә. Шулай уҡ уның күкрәген “Хеҙмәт ветераны”, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бирелгән юбилей миҙалдары биҙәй.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 62-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: