Туризм буйынса федераль агентлыҡ "Муз-ТВ" телеканалы менән «Отпуск без путевки. Россия» проектының яңы телемиҙгелен әҙерләй. Уның бер сығарылышы Башҡортостанға арналасаҡ. Ул республиканың эске туризмын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Тапшырыу төшөрөү эштәре бөгөн башланып, 31 июлгә тиклем дауам итәсәк.
Тапшырыуҙың алып барыусыһы Андрей Разыграев популяр объекттарҙа булып, республиканың хозур төбәктәренә сәйәхәт ҡыласаҡ.
Тәүге көн улар Өфөлә була. "Муз-ТВ" телеканалы командаһы ҡаланың тарихи урындарына, заманса майҙансыҡтарына сәфәр ҡыла. Артабан Башҡортостан буйлап сәйәхәткә юллана. Тапшырыу әҙерләү барышында милли аш-һыу, урында етештерелгән һәм экологик яҡтан таҙа продукция, мәҙәниәт һәм халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте менән танышалар.
Улар Нуриман районында, "Торатау" геопаркында, "Красноусольк" шифаханаһында, Әбйәлил районында буласаҡ. Йәнә ҡайҙа барасаҡтар? Барыһын да әйтеп бөтмәйбеҙ. Тапшырыу эфирға сыҡҡас, үҙегеҙ ҡарап белерһегеҙ.