Әхирәтем менән ювелир магазинында һатыусы-консультант булып эшләйбеҙ. Һөнәребеҙ оҡшай, кешегә шатлыҡ өләшәбеҙ, бүләк һайларға ярҙам итәбеҙ. Ҡыҫҡа ғына осрашыуҙарҙа ла эс серҙәре менән бүлешергә өлгөрә ҡайһы бер һатып алыусылар.
Бер көн салонға олатайым йәшендәге ир килеп инде. Ғәҙәти кейенгән: күлдәк, салбар һәм совет дәүеренән ҡалған сандалиҙа. Әммә бик бөхтә, һәйбәт итеп ҡырынған, күрмәлекле. ”Миңә никах балдағы кәрәк, һайлашығыҙ әле, ҡыҙҙар”, - тип өндәште. Мин аптырап ҡалдым, шулай ҙа ғәжәпләнеүемде белдермәҫкә тырышып: ”Икенсе тапҡыр өйләнәһегеҙме?” - тип һораным. Ул минән дә нығыраҡ аптыраны: ”Ниңә? Ни өсөн икенсе тапҡыр? - тине ул. - Тәүге мөхәббәтем һәм тәүге никахым. Тик миңә уны оҙаҡ көтөргә тура килде”. Әхирәтем менән бер-беребеҙгә ҡарашып, йылмайышып алдыҡ. Бындай романтиктар беҙҙә һирәк була!