Хәйбулла хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Июль 2020, 21:10
Бала ғына йәл...
/
Ошо көндәрҙә Туймазы ҡалаһының күп ҡатлы йорттарының береһендә фажиғәле хәл теркәлгән. Йәш ғаилә араһында ыҙғыш сыҡҡан: ир кеше ҡатынын туҡмарға теләп, уға ташланған. Уныһы үҙен яҡларға уйлаған, туҡмалыуҙан ҡурҡып, ҡулына бысаҡ алған һәм иренең йөрәгенә ҡаҙаған. Ир ваҡиға урынында йән биргән.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре 23 йәшлек ҡатынды ҡулға алған, ул тулыһынса ғәйебен таныған. Шулай уҡ ваҡиға урынынан ҡанға мансылған бысаҡ та алынған.
Ғаиләләге ыҙғыш арҡаһында йәнә бер сабый етем ҡалды. Шуға күрә ир менән ҡатын араһында низағ барлыҡҡа килгәндә, берәүһенә уны ҙурға ебәрмәү сараһын күрергә кәрәк.
Был осраҡта ла, бәлки, сабырлыҡ булғанда, хәлдең аҙағы улай фажиғәле тамамланмаҫ ине.
Фото: pexels.com
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Bala-ina-y-l-378045/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?