Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Июль 2020, 20:38

ҠАЙМАҠЛЫ БӘЛЕШ

/

Был бәлеште бешереү өсөн кәрәкле әйберҙәр һәр йортта бар.
Ҡамыр өсөн 125 грамм аҡ май, 3 аш ҡалағы шәкәр ҡомо; 1 йомортҡа; ванилин; 150 грамм он алына.
Эслек өсөн 4 йомортҡа, 400 грамм ҡаймак; 6 ҡалаҡ шәкәр ҡомо; бер аҙ ванилле шәкәр ҡомо талап ителә.
Эш барышы:
иң тәүҙә ҡамыр әҙерләйбеҙ. Бының өсөн аҡ майҙы йомшартып, шәкәр ҡомо менән туғлайбыҙ. 1 йомортҡа, ванилин йәки ванилле шәкәр ҡомо, он өҫтәп, тиҙ генә ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы формаға йәйеп, 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Артабан эслек әҙерләйбеҙ: 4 йомортҡаны шәкәр менән туғлайбыҙ. Ҡаймаҡ, ванилин өҫтәп болғатабыҙ. Эслекте формаға ағыҙабыҙ. 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30-40 минут тотабыҙ.
Сәскәләр иһә алманан яһала: Шәрбәт 1 стакан шәкәр ҡомо һәм 0,5 стакан һыуҙан яһала. Алмаларҙың уртаһын алып, дүрткә бүләбеҙ һәм йоҡа ғына телемдәргә киҫәбеҙ. 2-3 минут ҡайнатып, сәскә формаһына килтереп төрәбеҙ. Сәскәләрҙе бәлеш өҫтөнә теҙәбеҙ.
Читайте нас: