Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура урмандарының яланғас булыуы, уларҙың ебәк күбәләк һөжүменә тарығаны хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Күптән түгел Йылайыр районына командировкаға сыҡҡанда, ғәжәйеп күренешкә тап булдыҡ: ҡарышлауыҡтарҙы еңеп, ҡайындар яңынан йәм-йәшел булып япраҡ ярып ултыра. Тәбиғәт мөғжизәһе! Урмандың ҡайтанан йәшәреүе күңелгә өмөт, ышаныс өҫтәне.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа нисек, ошондай мөғжизәүи күренештәр күҙәтелмәйме?