Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
14 Июль 2020, 10:55

Һыуҙа һаҡ булығыҙ!

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы арала республикала батып үлеүселәр һаны күбәйҙе.

Йәй - йылға-күл буйҙарында рәхәтләнеп ял итеү, һыу инеү өсөн иң ҡулай мәл. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы арала республикала батып үлеүселәр һаны күбәйҙе.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы халыҡҡа яһаған иҫкәртеүҙәренән өҙөктәр килтереү урынлы булыр:
Ҡояшлы, елһеҙ көндә, һыу температураһы 17-19, һауа температураһы 20-25 градус торғанда һыу инеү хәйерле. Бер ингәндә 10-15 минуттан артыҡ булыу кәңәш ителмәй. Оҫта спортсыларҙы ла йыш харап иткән бәлә – көҙән йыйырыу тән температураһы төшкәндә хасил була. Көҙән йыйыра башлау менән һыуҙан сығыу талап ителә. Ундай мөмкинлек юҡ икән, түбәндәге кәңәштәр бирелә:
-арҡаға ятып ял итергә, йөҙөү стилен алмаштырырға;
-мөмкинлек бар икән, буйһонмай башлаған тән ағзаһына осло предмет (энә, булавка) менән сәнскеләргә;
-бармаҡтар ҡата башлай икән, көс менән усты йоҙроҡҡа йомарларға, һелтәнергә һәм йоҙроҡто кире яҙырға;
-балтыр тота икән, шул яҡ табанды ике ҡул менән тотоп, тубыҡты көслө итеп ҡыҫып бөкләргә;
-ботто көҙән йыйыра икән, бәкәлдән тотоп, тубыҡты бөкләп аяҡты тышҡы яҡтан арҡаға табан ҡайырырға.
Йылға алҡынына эләккәндә, ағымға ҡаршы хәрәкәт итмәйенсә генә, ярға йүнәлергә кәрәк. Йылға өйөрмәһенә эләккәндә иң мөһиме – сәбәләнмәҫкә, күберәк тын алып һәм сумып хәүефле урындан һыу аҫтынан йөҙөп ситләшергә. Ылымыҡҡа буталдығыҙ икән, ҡырҡыу хәрәкәттәр яһамаҫҡа, яй ғына килгән яҡҡа кире сығып ҡарарға. Үлән ебәрмәй икән, башта ҡулдарҙы бушатып, һуңынан аяҡтарҙы ысҡындырырға.
Төп ҡағиҙәләр:
-бер осраҡта ла эскән килеш һыу инмәҫкә;
-таныш булмаған урында суммаҫҡа;
-ҡулдан эшләнгән йөҙөү яйланмаларын (һал, камера һәм башҡа) файҙаланмаҫҡа;
-текә йә батҡыл ярлы, көслө ағымлы йә һыу үләне ныҡ таралған урындарҙа һыу инмәҫкә;
-кәмә эсенән һыуға һикермәҫкә;
-халыҡ һыу ингән урындарҙа кәмә, катер, гидроциклдарҙа йөрөмәҫкә.
Батып барыусыға нисек ярҙам итергә:
Батып барыусы кешене күрһәгеҙ, ә эргәлә ҡотҡарыусылар булмаһа, уның янына йөҙөп барып, сәсенән йәки эйәгенән тотоп, ярға табан йөҙөгөҙ. Бәләгә тарыусының йөҙө һыу өҫтөндә булыуы мөһим. Артабан беренсе ярҙам күрһәтергә кәрәк. Тәүҙә өҫкө тын юлдарын таҙартығыҙ, тел төбөнә бармаҡ менән баҫып, ҡоҫоу рефлексын ҡуҙғытығыҙ. Әгәр был алым ярҙам итмәһә, ҡаза күреүсене бөгөлгән тубығығыҙға йөҙтүбән һалып, арҡаһына (күкрәк ситлегенә) баҫып, тын юлдарына тулған һыуҙы сығарығыҙ. Унан инде батыусыны арҡаһына һалып, яһалма һулыш һәм йөрәккә тура булмаған массаж эшләгеҙ.
Фото: mozhgatv.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: