Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
10 Июль 2020, 12:58

Заманса почта – бик уңайлы

-

Почта элемтәһе, иң уңайлы, экономиялы хеҙмәт булараҡ, хаҡлы рәүештә көндәлек тормошобоҙҙа ныҡлы урын биләй.
Бөгөн тармаҡ коллективы өр-яңы мәғлүмәт технологиялары нигеҙендә, шул иҫәптән, электрон төрҙә, дәүләт хеҙмәте күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән федераль һәм республика программаларында әүҙем ҡатнаша. Почтаның гәзит һәм журналдар таратыуҙа роле баһалап бөткөһөҙ ҙур.
Бөгөн элемтә бүлексәләрендә банк операциялары башҡарыла, аҡса ебәрергә һәм алырға, кредиттарҙы, коммуналь һәм башҡа түләүҙәрҙе түләргә, банк карталары буйынса операцияларҙы атҡарырға мөмкин.
Хәҙер заман башҡа, нисек теләйһең шулай аралаша, һөйләшә, хәбәрләшә алаһың. Шулай ҙа почта хеҙмәтенең бәҫе юғалмай. Улай ғына ла түгел, почта хеҙмәте бөгөн иң әүҙем эшләгән хеҙмәттәрҙең береһе.
Аҡъяр почта бүлексәһендә лә эш көнө башланғас та үҙ йомошо менән килеүселәр күп була. Кемдер коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй, икенселәре посылка ебәрә, өсөнсөләре тауар һатып ала. Уларҙың барыһын да тәжрибәле операторҙар Гүзәл Кошелева, Фәнүзә Хәбибуллина һәм Гөлсәсәк Килдебаевалар хеҙмәтләндерә.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзиттең 55-се һанда уҡығыҙ.
Читайте нас: