Бөгөн РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙең һуңғы көнө. Һайлау участкалары иртәнге һигеҙҙән эш башланы. Аҡъяр ауылындағы 3201-се участкала тауыш биреү бара. Бөгөнгө көнгә был бүлексәгә ҡарағандарҙың 72 % -ы тауыш биреп өлгөргән дә инде.Унда барлыҡ хәүефһеҙлек саралары күрелә. Комиссия ағзалары һайлаусыларҙың температураһын үлсәй, ҡулдарын антисептик менән эшкәртә. Битлек, бирсәткә һәм ручка биреп, тауыш бирергә үткәрә. Граждандың паспортын күрһәтеү, исемлеккә ҡултамға ҡуйҙырыу, бюллетен тапшырыуҙа дистанция һаҡлана. Участкала иҙәнгә кешеләрҙең хәүефһеҙ хәрәкәтен билдәләгән ҡыҙыл һыҙаттар һалынған. Был саралар коронавирус сиренең таралыуын иҫкәртеү өсөн ойошторолған. Шулай уҡ һайлаусыларҙың именлеге өсөн тауыш биреү бер аҙна алдан, 25 июндән, башланды. Бөгөн һайлау участкаларында киске һигеҙгә тиклем тауыш бирергә мөмкин.