Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
30 Июнь 2020, 14:12

ЭШ ҺӨЙГӘНДЕҢ ДӘРӘЖӘҺЕ АРТЫР

Артур Бикбирҙин “БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә лайыҡ булды

Уңышҡа өлгәшеү өсөн теләк мөһимерәкме, әллә һәләтме? Был һорауға дөрөҫ кенә яуап табыуы ауыр, әммә тормоштан күренеүенсә, Хоҙайҙан бирелгән һәләтенә хыялы тап килеп, шуны ысынбарлыҡҡа ашырғандар ҙур уңышҡа ирешә, үҙен бәхетле тоя.
“Табипта ыласын күҙе, ҡыҙҙар ҡулы, йылан аҡылы һәм арыҫлан йөрәге булырға тейеш”, – тип яҙған Әбүғәлисина. Район халҡы араһында оло хөрмәт ҡаҙанған, оҫта ҡуллы табип булып танылған Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының хирург-эндоскописы Артур Бикбирҙинде нәҡ шундайҙар рәтенә индерергә мөмкин.
Баймаҡ ҡалаһы егете Артур Рәжәп улы күңелендә табип булыу хыялын ҡайҙан барлыҡҡа килгәнен һорағас: “Бала саҡта һаулыҡ менән бәйләнешле хәл килеп сыҡһа, йә берәйһе яраланһа, ҡолаһа, имгәнһә, ғаиләлә ҙур ғауға тыуа, яҡындарыңды ҡурҡыу тойғоһо ялмап ала. Шуға күрә, тормош көткәндә төрлө ауыр хәлдәр, сәбәптәр мине табип булырға этәрҙе лә инде.
Икенсе яҡтан, кешенең һаулығы ул ҙур сер тип һанайым. Шул сер ҙә мине табип итте , сөнки ниндәй генә фәнде алһаҡ та, бөтә фәндәр ҙә кешенең һаулығына барып тоташа. Кешенең йәшәүе, уның рәүеше һаулығына барып ҡағыла”,-ти ул.
Артур Бикбирҙин Баймаҡтың 2-се мәктәбен бөтөп, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғандан һуң туп-тура Башҡорт дәүләт медицина институтына йүнәлә ул. Алты йыл уҡып, ҡулына диплом алғас, Өфөнөң 22-се дауаханаһында интернатура, хирургия өлкәһе буйынса өҫтәмә ординатура үтә. Уҡып йөрөгәндә, 2 –се курста уҡып йөрөгәндә шулай уҡ эндоскопия буйынса беренсел әҙерлек үтеп, хирург-эндоскопист һөнәрен үҙләштереп, хеҙмәт юлын 2008 йылдың 1 сентябрендә Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында башлай һәм бөгөнгө көнгә тиклем уңышлы эшләп йөрөй.
Бөгөнгө көндә ул Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында район хирургы, хирургия бүлегенең ваҡытлыса мөдире, балалар хирург вазифаларын башҡара. Эйе, үкенескә күрә, Хәйбулла районына бер табип. Әммә Артур Рәжәп улы баҙап ҡалмай. Бөтә эште лә тырышып, тыныс башҡара. Поликлиникала көн дә илленән ашыу кешене ҡабул итә, көн дә иртән хирургия бүлегендә лә ауырыуҙарҙы ҡарап сыға, ышаныс тулы күҙҙәре менән баҡҡан, ап-аҡ ҡағыҙҙай саф күңелле балаларҙы ла баға, унан тыш ауырыуҙарға операция эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһына йылы һүҙ табып, күңелен ҡанатландырып ебәрергә лә, тик яҡшыға өмөт уятырға ла ваҡыт таба ул. Вазифаһы ниндәй генә булмаһын, табиптың маҡсаты бер – иң мөһиме пациенттың һаулығы. Шуға ла “ысын табип дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙҙәре, аҡыллы кәңәштәре, мәрхәмәтле ҡараштары менән дә дауалай, хатта ҡайһы саҡта ауырытыуға түҙә алмай илап ятҡан саҡта юморҙы ла самалы ҡуллана” тигән һүҙҙәрҙе тап уға төбәп әйтергә мөмкин.
Интернатурала уҡығанда операциялар яһарға өйрәнә башлай. Таһыл ҡулдар, бармаҡтар һиҙгерлеге, күҙҙәренең үткерлеге, аҡыл-фиғеленең камиллығы, сирлеләрҙең хәлен яҡшыртыу теләге, тырышлығы уны бынамын тигән табип итә.
-Ауыл менән ҡала һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ер менән күк араһы. Ҡалала ҡоролмалар яҡшы, белгестәр штаты тулы. Уларға эшләүе лә еңелерәк. Ә ауылда киреһенсә. Мәҫәлән, ауылда бер табип биш табип өсөн эш алып бара. Ауыл халҡы өсөн, һин табип. Кәрәкмәй беҙгә ниндәйҙер маҡтау исемдәре, минең өсөн пациенттарҙың һаулығынан һәм ауырыуҙарымдың аяҡҡа баҫып, сәләмәтлеккә туйыныуынан да ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ, – ти ул.
Дауахана эше менән аҙмы-күпмелер таныш булғандар яҡшы белә –кемдеңдер ғүмеренә хәүеф янағанда аҡ халатлыларға ал да, ял да юҡ, күп ваҡыт төндә лә дежур итергә тура килә. Шәхси ваҡытың менән иҫәпләшмәйсә, эшләгән һөнәрең буйынса ҡолас ташлап эшләү өсөн ғаиләңдең аңлауы мөһим.
Районыбыҙҙың билдәле хирургы Артур Бикбирҙин бихисап кешеләрҙе әжәл ҡулынан тартып алып, киләсәккә өмөт һәм ышаныс бүләк итә.
Табип – дауалаусы ғына түгел, минеңсә. Сөнки саҡ ҡына ауырыһаҡ та уларға йүгерә һалабыҙ. Һыҙланыуыбыҙ бер аҙ баҫылһа, күҙҙәр асылып, донъялар яҡтырып китә, бар тирә-яҡ йәмләнә, көс-дәрт арта... Шуға ла “аҡ халатлылар” кеше ғүмерҙәре һағында тороусы ғына түгел, ә йәшәү сәме, йәшәү мәғәнәһе бүләк итеүсе заттар улар.
Гүзәл Бохарбаева.
Читайте нас: