Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
29 Июнь 2020, 17:15

ЯУАПҺЫҘ ҺОРАУ ҺӘМ МӘҢГЕЛЕК ҒАЗАП

.

Илдар ағай менән беҙ “Бәйләнештә” сайтында таныштыҡ. Хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан әүҙем тормош алып барған, заман менән алға атлаған был ағай төҫкә-башҡа ла күркәм, етмәһә йор һүҙле. Шаян хәбәрҙәр яҙып күңелде күтәреү уға бер ни түгел кеүек. Диуарындағы фотолар менән танышып ултырҙым да, йәш саҡта ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре үк уға балға һырыған себен кеүек эргәһендә бөтөрөлөп йөрөгәндәрҙер тигән уйға килдем.
“Япа-янғыҙ мин был донъяла”… Илдар ағайҙың был һүҙҙәре мине аптырауға һалды. “Әллә күпме ҡатын-ҡыҙҙар бар дуҫтарығыҙ араһында, берәйһе менән ныҡлап аралашығыҙ ҙа парланығыҙ һуң.”– минең өсөн тормош ябай ғына итеп яйға һалыныр кеүек. “Миңә улар кәрәк түгел шул… Юғалтҡанымды тапҡым килә. Ә яратмаған кеше менән мин былай ҙа 30 йылға яҡын ғүмеремде уны ла, үҙемде лә бәхетһеҙ итеп зая уҙғарҙым…”
Аҙаҡ асыҡланыуынса Илдар ағайҙың Новосибирск ҡалаһында элекке ҡатыны һәм 2 ҡыҙы йәшәй булып сыҡты. Үҙе лә профессор, химия фәндәре академигы икән. “Япа-яңғыҙ тиһегеҙ…” “Күңелем яңғыҙ минең. 38 йыл инде һүнгән йондоҙҙоң яҡтыһын эҙләгән юлаусы хәлендәмен…”
…Илдар осраҡлы ғына дуҫтары менән күрше ауылға киске уйынға барғанда Нәфисә менән танышып, тәүге тапҡыр ғашиҡ була. Нәфисә лә битараф ҡалмай. Һөйөү утында янған йәш йөрәккә 5 саҡырым ара арамы ни инде, йәштәр көн дә тиерлек осраша башлай. Әсәһе менән генә көн күргән Нәфисә йыр-моңға маһир, 10-сы класты тамамлау менән мәҙәниәт йортона эшкә урынлашҡан. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап ауыл хужалығы институтына имтихандарҙы уңышлы тапшырған Илдар, ҡыҙҙың ауылда төпләнәсәген белгәс, уҡырға барыуҙан ҡырҡа баш тарта. Атаһының әрләүенә, әсәһенең өгөтләүенә ҡарамайса колхозда трокторист булып эш башлаған егеткә һәр кем аптырап ҡараны.
Ә егеттең уйында бары татлы хыялдар ғына: икенсе йәй туйҙар үткәреп парланырға ла, йорт һалып матур ғаилә ҡорорға. Ә инде бик тә уҡырға теләһә, бер аҙ эшләгәс ситтән тороп белем алырға була… Тик йәштәрҙең матур хыялдарын селпәрәмә килтереп Илдарға яҙын хәрби хеҙмәткә саҡырыу килеп төшә. Илап оҙата Нәфисә уны. Күҙ йәштәре түккән ҡыҙҙы ҡосоп үҙе лә үкһеп илай егет. Һуңғы тапҡыр ошондай матур хистәр менән күрешеүҙәрен улар аңламай ине әле…
Хистәр тулы хаттар ике араны йылдан артыҡ һыуытмайса бәйләп тора. Илдар ағайҙың әйтеүенсә, ул һөйгәненең шиғыр юлдары менән тулы хаттарын һаманда һаҡлай, яттан белеүенә ҡарамайса ваҡыт ваҡыты менән уҡып һорауҙарына яуап эҙләй. Тик уларҙа саф, ихлас тойғоларын белдергән һүҙҙәр генә… Яуап юҡ.
Бер осор ике аҙна тирәһе Нәфисәнән хат булмай тора. Йөрәген хәүеф һәм мең һорау телгеләгән ваҡытта егет әсәһенән хат ала. Ауыл яңылыҡтарын, туған-тумасаларҙың хәлдәрен яҙып үткән ябай хатта Илдар өсөн ҡот осҡос хәбәр була. “Нәфисәне беҙҙең ауыл Рафиҡ менән бутала тигән хәбәр йөрөй ине. Кеше һүҙелер тип һиңә һаман яҙмай йөрөнөм. Тик кисә Ғәлимә апайыңдарҙан ҡунаҡтан ҡайтып килгәндә икәүләшеп беҙгә осранылар. Йорттарына уҡ килеп йөрөй икән…” Илдар хеҙмәтенең ҡалған 7 айы нисек үткәнен томан араһындағы кеүек хәтерләй. Күңеленең бер ҡылы өҙөлгән дә, йән биргән кеүек хис иттеул үҙен. Тәне, шәүләһе бар, йөрөй, нимәлер эшләй. Ә йәне юҡ… Бер аҙҙан Нәфисәнән бер ни булмағандай хистәр тулы хаттар килә башлай. Егеттән яуап булмауына өҙгәләнеп яҙған һуңғы хатын алғас Илдар оҙаҡ уйлана. Ғәйепләүҙәр, хатта ҡарғыш һүҙҙәрен дә ҡушып хат яҙырға уйлай ҙа кире һүрелә.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас та егет тура Өфөгә юллана һәм ике ай әҙерлек курстарын тамамлап Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Йәшлек мөхәббәтенең онотолмаҫ ғазапҡа әйләнеүен ҙур ауырлыҡ менән кисергән егет, яраларҙың тиҙерәк уңалыуын теләп тыуған яҡтарына һирәк ҡайтырға тырыша. Ата-әсәһенә лә күңеле иремәй хатта. Адресын кемдән алғандыр, йыл тирәһе үтеүгә Нәфисәнән тағы бер хат килә. “Йәшлегемдең матур хәтирәһе булған беҙҙең һөйөү ошолай тамамланыр тип уйламағайным. Ике йыл көтөп тә, бер осрашыуға мохтаж булып ҡалдым. Нимәгә үпкәләнең, ниндәй ғәйебем бар һуң минең? Хат аша булһа ла аңлат миңә. Яратмайым тиеп алдама, һаманда миңә ҡарата хистәреңдең барлығын һиҙәм.” Ғорур булғыһы килеүҙәнме, әллә асыуы шулай көслө буламы, Илдар был хатты ла яуапһыҙ ҡалдыра.
Ике йылдан Нәфисә Илдарҙарҙың ауылына килен булып төшә. Рафиҡҡа түгел, ә ике бала менән тол ҡалған Фәриткә яҙмышын бәйләй ул. Бер-бер артлы үҙе лә ике малай табып, матур итеп донъя көтә башлайҙар. Бер-нисә көнгә генә ҡунаҡҡа ҡайтҡанында уларҙың һәүетемсә йәшәп ятыуҙарын ишеткән Илдарҙың күңелендә сәм, ҡомар уяна. Хыянаты менән күңелен яралап, етмәһә бер ни булмағандай ҡыланырға батырсылыҡ иткән уйнаш ҡатын донъя көтөп ятһын, ә ул кемдән кәм? Эргә тирәһендәге ҡыҙҙарға иғтибарын йүнәлтә егет, һәр береһен энә күҙәүенән үткәрә.
Кеше эмоцияларға бирелеп, ҡыҙыу баштан төҙәтә алмаҫлыҡ хаталар эшләй. Ә Илдар ағайҙың һөйләгәндәренән ҡараһаң, ул һәр аҙымын үлсәп һәм аңлап хаталарға табан барған. Ғорурлыҡмы? Йә иһә оҙаҡ һаҡлаған асыу шулай күңелендә ҡабарып сиктән ашҡанмы?
Илдар ҡыҙҙар араһынан төшөмлө, үҙенә файҙа булырлыҡтарын эҙләне. Ауыл халҡы, айырыуса Нәфисә күргәндә аһ итерлек сибәр ҙә, уҡымышлы ла, донъя көтөрлөк уңған да булғанына өмөт итте. Һәм тапты ла. Новосибирск ҡалаһында тыуып үҫкән башҡорт ҡыҙы Рәмиләне һайлай ул. Ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы, уҡыу алдынғыһы, етмәһә Илдар тип өҙөлөп тора. Атаһы ойошма етәксеһе, әсәһе табип. 30 йылға яҡын сит тарафта ғүмер итеүҙәренә ҡарамайса, Башҡортостанда тыуып-үҫкән был пар Илдарҙы ғаиләләренә үҙ улдарындай күреп ҡабул итәләр. Матди ҡыйынлыҡ кисермәгән Илдар фән эшенә ныҡлап тотона. Асыштары ла байтаҡ һәм әһәмиәтле була уның. Тик ҡатынын ғына яратып китә алмай. Игеҙәк ҡыҙҙары ла уларҙың араһын эҫендермәй.
12 йыл ауылына ҡайтмай Илдар ағай.
–Һағыныу кеүек хис миндә ул осор бөтөнләй булманы. Бер ҡыҙыҡһыныу– фән менән йәшәнем мин. Атай ҡарт әрләй-әрләй саҡырғасы бер йәй ҡайтырға булдым. Илдең көрсөктән саҡ-саҡ сығып килгән мәле, айырыуса ауылдарҙа хәлдәр хөрт. Ә мин һуңғы асышым өсөн сит илдән ҙур ғына сумма алғайным, текә машинала, матур кейенеп, йылдар үтһә лә сибәрләнә генә барған ҡатыным, һылыу ҡыҙҙарым менән ауылға ҡайтып төштөм. Ысынлап та аһ иттеләр. Күршеләр инә хәл белергә, дуҫтар, класташтар килә. Тәүге тапҡыр ҡыуаныс хистәре кисерҙем ул саҡта. Йәнәһе, күрҙегеҙме мин кем…
Иртәгеһенә һабантуй байрамына киттек. Унда туҡтатып һәр кем һүҙ ҡуша, уҡытыусыларым менән бер талай һөйләшеп торҙоҡ. Бер ваҡыт сәхнә яғынан йыр ағыла башланы.
Үкенестәр менән һағыш аша
Йәшлек йәрем, өҙлөп һағынам.
Үткәндәргә юлдар таба алһам
Ҡайтыр инем һиңә яңынан…
Тәүге һәм һуңғы тапҡыр ишеткән ошо йыр минең күңелемдә һәр саҡ сыңлап тора. Нәфисә йырлай ине. Үҙәк өҙгөс таныш тауыш… Шул тиклем күңелем тулды, йүгереп барып ҡосаҡларҙай, оҙон ҡара толомдарын туҙғытып иркәләрҙәй булдым да бит, тик ғорурлығым ебәрмәне. Етмәһә сәхнә янында бер ҡосаҡ ромашкалар тотҡан ире, Фәрит тә тора ине. Машинама ултырып урманға сығып киттем дә кеше күрмәгәндә ҡысҡырып, ерҙе туҡмап иланым. Күңелем бушап, тынысланып ҡайтҡанымда байрам тамамланған ине инде, Нәфисәне ҡабат осратманым. Юлға сығыр алдынан ғына әсәйемдән хәлдәрен һораштым. “Ауырлыҡ менән булһа ла йорт һалып сыҡтылар, балалары үҫә, матур йәшәйҙәр. Әсәһен дә был ауылға күсереп алғандар, Фәрите өф итеп кенә тора”– тине. Әгәр миңә, ире эсә, балалары насар юлда, ыҙалана инде бахырҡай, тиһәләр мең тапҡырға еңелерәк булыр ине бәлки. Нисек инде хыянатсыл ҡатын матур донъя көтә? Ул бит үкенергә, ғазапланырға тейеш! Шул саҡта ғына мин тормошомдоң китек һәм бәхетемдең үткәндәрҙә тороп ҡалғанын аңланым. Ауылымдан ауыр тойғолар менән сығып киттем. Йылдар үтте. Ҡыҙҙарым уҡыуҙарын тамамлайһы йылды бер-бер артлы атайым менән әсәйем мәрхүм булды. Сит тарафта йөрөү ялҡыттымы, әллә үҙ-үҙемдән ҡасып арыныммы, белмәйем, әммә 6 йыл элек тыуған йортҡа ҡайтып төпләнергә булдым. Ҡатыным нигеҙ ҡуҙғалтҡыһы килмәне, ҡыҙҙар менән тороп ҡалды. Аралар боҙолманы былай, тауыш-тынһыҙ гына айырылдыҡ та, мин юлға сыҡтым. Йәйге ялдарға балалар ҡайтып йөрөйҙәр, аралашабыҙ. Туйҙарына ла барып ҡайттым, ейән күрергә лә. Бына, алла бирһә Яңы йыл байрамына яҡыныраҡ өсөнсөгә олатай булырға торам”
Күңелемде өйкәгән һорауҙы бирмәйенсә түҙә алманым:
–Ә Нәфисә апай менән аралашаһығыҙмы? Илдар ағай тәрән көрһөнөп тәмәкеһен тоҡандырҙы.
–Мин ауылға ҡайтырҙан бер йыл ғына алда ире менән аварияға осрағандар. Фәрит шунда уҡ йән биргән. Ә Нәфисә ауыр операциялар кисереп бик оҙаҡ дауаханаларҙа ятҡан. 4 балаһы ла Өфөлә булғас, күсереп алып ҡайтып киткәндәр. Тәүҙә алмашлап ҡарағандар, хәҙер аяҡҡа баҫҡасы үгәй улының береһендә йәшәй ти. Күршеләре аша сәләм дә әйтеп ҡараным, яуап булманы. Бер курста уҡыған табибтар аша табып янына барҙым, күрергә теләмәне. Мәңгелек үкенестәр һәм мең һорауҙар менән тороп ҡалдым шулай ғүмергә. Ғорурлығым ғәйеплеме әллә үҙһүҙлелегемме, белмәйем. Бала саҡтан ғорур булдым шул. Яҡшы уҡыным, гел алдынғы булдым. Маҡталып, өлгө булып килдем дә, бер юҡ ҡына кеше менән хыянат итһендәр әле. Асыуың килмәҫ ерҙән килер.
–Ә ысынлап хыянат иткәнме һуң Нәфисә апай?
–Кем белә инде. Рифат та бит ауылда тормай. Осрата ҡалһам асыҡлар инем дә бит… Хәйер, миңә ул мөһим дә түгел инде хәҙер. Бер осрашып ҡына аралашҡым, һаман да яратыуымды әйткем килә. Уны ла, үҙемде лә ғазаптарҙан арындырып. Бәлки Нәфисә мине онотҡандыр ҙа. Фәрит тә бит һәйбәт кеше ине. Тик теге йырҙы миңә атап йырлаған кеүек итеп тойҙом. Ҡайтыуымды, тыңлауымды белеп йырлағандыр бәлки. Онотолмаҫ матур хистәр бүләк иткән йәшлегем бит ул минең.

Гульнур Куватова

Читайте нас: