Бала саҡта мин нишләптер әрмегә барырға хыяллана торғайным. Атай мәрхүм дә: "Ҡыҙҙар әрмелә элемтәсе лә, шәфҡәт туташы ла, хатта разведчик та була ала", - тип хуплап ебәргәне хәтерҙә. Баҡтиһәң, ошо хыялым бергилке тормошҡа ашҡан икән. Өс бөртөк кенә малайҙан торған "әрме"нең командиры инде мин. Малайҙар - буласаҡ һалдаттар, тимәк, мин кескәй генә "әрме"лә хеҙмәт итеп йөрөйөм, тигән һүҙ был. Ошо әрме хеҙмәтенең бер көнөнә байҡау яһап китәйек әле.
Иң беренсе бурысым - таң тишегенән тороп, сәй ҡуйып, бутҡа бешереп, һалдаттарҙы уятып, йыуындырып, кейендереп, ашатып, икәүһен мәктәпкә оҙатып, берәүһен балалар баҡсаһына алып барып килеү. Ошо иртәнге процедуралар араһында һәр бер һалдаттың теләген, нимә яратыуын иҫәпкә алып, төшкө ашҡа меню алып ҡалыу - иң мөһим эштәрҙең береһе. Уларҙы оҙатҡас, "казармаларҙа" тәртип урынлаштырып, йыуырын - йыуып, тегерен - тегеп, рәтләрен - рәтләп, ул-был итеүгә, төшкө аш мәле яҡынлай. Бер ҡаҙан аш, бер самауыр сәй, тәмле-татлыһын, бәлеше-пирәжкиен бешереп, ашатып, аҙаҡ тауҙай һауыт-һабаһын йыуып-йышып урынлаштырып бөтөп, уфф тип тын алайым тиһәң, киске аш мәле етеп килә. Тағы плитә тирәһендә ҡуласала өйөрөлгән тейендәй пыр туҙып өйөрөләһең...
Шуның менән эш бөттө, тип уйлайһығыҙмы, юююҡ әле, иң ҡыҙығы алда. Теге ҡуласала өйөрөлгән арала бәләкәс һалдатты баҡсанан алып ҡайтып өлгөрәһең. Тамаҡ туйғас, уйнарға ярай, тип һыпырылып урамға сығып йүгергән һалдаттар артынан, уйын яланына түгел, яу яланына оҙатҡандай булып хәүефләнеп ҡарап тороп ҡалаһың. Эштәреңде теүәлләгән арала туптың ниндәй көс менән тибелеп, даңғырлап ҡапҡаға килеп эләгеүенән ах та ух килеп ҡысҡырышҡан көр тауыштарҙың нимәне аңлатҡанын разведчик һиҙгерлеге менән тыңлайһың. Тауыштар көсәйеп йә киреһенсә, тынып ҡалыуына ҡарап, бинт, йода, зелёнкаңды әҙерләп, медсестралар посына баҫаһың. Иң хәтәре ошонда инде. Уйын яланынан төрлө йәрәхәттәр менән ҡайта һалдаттар, йә әҙ генә сыйылған, апаруҡ күгәреп ҡайтҡан осраҡтар ҙа була, иң ҡурҡынысы - ҡырҡылған һәм һынған яралар. Был осраҡта инде һалдатты тәүге ярҙам күрһәтеп, аталарының ашығыс ярҙамы менән госпиталгә оҙатаһың. Көндөң яртыһы шулай үтә. Уйнап туйғас, мыршылдай-мыршылдай өйгә эштәр әҙерләйбеҙ, шунан "отбойға" әҙерлек башлана. Беҙҙә ул, ғәҙәттә, 2 сәғәт тирәһе дауам итә. Шуға мин алдан уҡ команда бирәм. Инде ятырға тиһәң, йә асыҡтыра, йә һыуһата, йә эс ауырта, унан ҡалһа, шиғыр ятланмай ҡалған, һәм башҡа бик күп кисектергеһеҙ эштәр ҡалҡып сыға. Ниһайәт, һәр һалдат үҙ урынына ятып, тәмле йоҡоға тала...
Ә һинең эшең бөтмәй әле, алда төнгө ҡарауыл... Ни эшләмәк кәрәк, үҙем хыялландым ошондай уландарҙың бәхетле әсәләре булыу тураһында.
Гүзәл МЫРҘАЕВА.
Баймаҡ районы.