Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
29 Июнь 2020, 17:24

ИСЛАМ ДИНЕН ҠАБУЛ ИТЕҮСЕ “ЙОНДОҘ”ҘАР

.

1. Билдәле бокссы Майк Тайсон 1992 йылда төрмәлә ултырғанда ислам динен ҡабул итә. “Ислам дине насар ғәҙәттәрҙән арынырға, күңел тыныслығы табырға ярҙам итте”, - ти ул. Малик Абдуль-Азиз тип исемен дә үҙгәртә.

2. “Йондоҙҙар фабрикаһында” ҡатнашҡан Мария Алалыкина иһә ғәрәп егетенә кейәүгә сыҡҡас ислам дине тураһында өйрәнә һәм, артабан, төрлө тәржемә китаптар аша таныштарына ла үҙе белгәндәрҙе һөйләй башлай. Бөгөнгө көндә белемгә ынтылышы көслө булған был йырсы ғәрәп теле менән бергә алты сит телде белә, Ҡөръәнде өйрәнеүҙән туҡтамай.

3. Британ йырсыһы Кэт Стивенстың исламға килеү юлы үҙе бер тарих. Малибуҙа ял иткәндә йырсы диңгеҙҙә бата башлай һәм ярҙам һорап Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итә. Көслө бер тулҡын уны ярға килтереп ташлағас, йырсы юғары көстәрҙең барлығына ышана. 1978 йылда Ҡөръән уҡый башлай, дингә баҫа, Йософ Ислам тип исемен үҙгәртә. Һуңынан артист бер нисә ислам мәктәбе аса, хәйриә менән шөғөлләнә.

4. “Тату” төркөмөнөң элекке йырсыһы Юлия Волкова 2007 йылда ғәрәп эшҡыуары менән сәстәрен сәскә бәйләгәс ислам динен ҡабул итә.

“Аллаһы Тәғәлә берәү генә, шуға ниндәй диндә булыуың мөһим түгел,” – ти йырсы.

Разинә Зайнетдинова

Читайте нас: