Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
26 Июнь 2020, 17:35

Вирус байрамда ла йоҡламай...

.

Бөгөн Башҡортостанда Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн тантаналы шарттарҙа билдәләйҙәр. Вирус менән көрәштең алғы һыҙығындағы аҡ халатлыларҙың хеҙмәтенә юғары баһа бирелде. Байрам байрам менән, ә дауаханаларҙа коронавирусҡа дусар булған пациенттарҙы дауалау элеккесә дауам итә.
Вирус байрамда ла йоҡламай, һуңғы тәүлек эсендә генә уны йоҡторғандар 50-гә еткән. Шулай итеп, республикала сиргә дусар булғандар һаны бөтәһе 5 171 кеше тәшкил итә. Тәүлектә 140 пациент һауыҡҡан.
Рәсәйҙә тәүлек эсендә коронавирусты йоҡторғандар һаны 6 800-гә артып, бөтәһе 620 794 кеше тәшкил итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлектә 176 ауырыу вафат булған.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен профессиональ байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм мәкерле вирус менән көрәштә уңыштар теләйбеҙ. Табиптарҙың эшен еңеләтеү өсөн барыбыҙға ла эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә кәрәклеген онотмайыҡ.
Фото:”Башинформ”.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: