Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
23 Июнь 2020, 14:42

Предприятие ҡеүәте -- сәләмәт эшсе

-

Хәйбулла районының иң эре тау сәнәғәте предприятиеларының береһе—Бүребай-тау байыҡтырыу комбинаты етәкселеге һуңғы йылдарҙа эшселәренең сәләмәтлеген ныҡлы ҡайғырта. Сөнки сәләмәт кеше генә хеҙмәтен еренә еткереп башҡара ала. Етмәһә, предприятиеның күп кенә цехтарында, ер аҫты руднигында эш шарттары зарарлы.
Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә эшселәрҙең сәләмәтлеге торошон тикшереү башланды.
Медицина тикшереүен Өфөнөң “Дауалау-һауыҡтырыу үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 11 табибы уҙғара. Табип-психиатр, нарколог, невролог, терапевт, дерматолог, оториноларинголог, хирург, офтальмолог, гинеколог, УЗИ белгесе һәр кемде шәхсән ҡабул итеп, һаулығы торошон ентекле ҡарай.
--Быйыл мотлаҡ стандарт йыйылмаһы хеҙмәтенә инмәгән белгестәр һаны һәм медицина тикшеренеүҙәре исемлеге йылдағынан күберәк. Атап әйткәндә, был юлы эшселәр эсәк юлдарын, ҡан тамырҙары системаһын, арт һөйәге тәңгәлен ультратауыш ярҙамында тикшертә. Элек бындай хеҙмәттәр алыу өсөн үҙ иҫәптәренә райондан, хатта республиканан ситкә барып ҡарала торғайнылар,--ти комбинаттың йәмәғәт менән бәйләнеш буйынса белгесе Вәли Ғилман улы.
Автор:Гөлдәр Кадаева.
Читайте нас: